Айгөл Айытҡолова - “Шағирҙы бит халыҡ шағир итә, Йырсы итә иле йырсыны...”
22.08.2019, 11:53
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы

“Шағирҙы бит халыҡ шағир итә,
Йырсы итә иле йырсыны...”
(Рәйес Түләккә)


“...Тыуған йортом бөгөн әллә нисек
Һағышлыраҡ кеүек күренә...”
(Рәмил Ҡол-Дәүләт)


Күк Ирәндек буйы әллә нисек...
Һағыш баҫҡан армыт-ҡаяһын.
Аҡ яурынлы сал бөркөттәр генә
Саңҡ-саңҡ килеп ҡурсый ояһын.

Күк Ирәндек буйы әллә нисек...
Тынлыҡ аша тоям һағышын.
Йылдар аша ишетелә төҫлө
Һаҡмарымдың илап ағышы.

Күк Ирәндек буйы әллә нисек...
Һағыш һарҡый һары ҡауландан.
Тилмереп тә баҡҡан мең-мең ҡараш
Һүҙен көтөп шағир улының.

Күк Ирәндек буйы әллә нисек...
Күкрәк ярып тибә йөрәктәр.
Саҡма таштай ярып тура әйткән
Шағир һүҙе бөгөн кәрәктер!

Күк Ирәндек буйы әллә нисек...
Толҡа юҡтыр күпме буйлама...
Уйылып та китәм уйлай-уйлай,
Уйҙы уйға ялғап, уй ямап.

Күк Ирәндек буйы әллә нисек,
Күк Ирәндек буйы толҡаһыҙ...
Булмаһаң да үҙең, һүҙең тере!
Шиғриәттең һин бит –тотҡаһы!

Рәми иҫтәлегенә
(“Февраль.Буран.” тамашаһын ҡарағас)


Шағирҙы бит халыҡ шағир итә,
Йырсы итә иле йырсыны.
Әйтсе, халҡым, ауыр саҡтарында,
Улың күреп кемде ҡурсының?
Телем,
илем тиеп көйгәнендә
Иләк аша үтте һәр һүҙе.
Халҡы өсөн хаҡлыҡ, аҡлыҡ даулап,
Яуға сыҡты шағир бер үҙе.
Ил яҙмышын үҙ иңенә алып,
Һин,
Мин әйтмәҫ
көслө һүҙҙәрҙе
Шағир әйтте!
Ҡыйыулыҡтан ҡурҡып
Беҙ йәшерҙек бары күҙҙәрҙе.
...Илем тиеп Иҙел кисмәгәндәр
Булһа булһын илдә маҡтаулы.
Быуат аша бер әйләнеп ҡайтыр,
Доға булып шағир һыҡтауы!

Ҡәҙим Аралбайға
( “Рух яҙыуы”н уҡығас)


Сал ҡылғанлы сикһеҙ дала иле,
Юл төшмәһә һиңә, Хәйбулла,
Һағыш баҫам бөйөк бер улыңдың
“Рух яҙыуы”н алып ҡулыма.

Ялан гөлөн йыйып ҡашҡа аттың
Үргән кеүек ҡушып ялына,
Тос һүҙеңдән тындар иркенәйә
Артылғандай Елбаш* тауына.

“Ялан ғына ерҙең кәкүге юҡ...”
Кәкүк нимә ҡыйғыр ҡош барҙа?
Ойоҫҡота моңо дала илен
Йомабайың һыҙһа ҡурайҙа.

Күк әремдең әскелт еҫен тоям
“Рух яҙыуы”н алһам ҡулыма.
Боронғонан иҫкән дала еле
Түлле илһам микән улыңа?

Таштуғайҙың ташы, ай, сатнайҙыр,
Алтай тауҙа аттар сапҡанда.
Рух яҙыуы- Катунь-имсәкташты
Урал тауы ҡурсып ҡалҡҡандыр.
(*Елбаш тауы - Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылы эргәһендәге бейек тау.)

Ике алма
Әхмәр ағай Үтәбайға


Ниҙәр генә уйлап, нигә юрап
Бүләк иттең икән пар алма?
Янған йөрәк шифа табыр микән
Алма һутын һалһам ярама?

Ни уйларға белмәй тәҙрәләрҙән
Оло юлға бағам.
Алмаға
Ниндәй теләк-нәҙер әйттең икән-
Билдәлелер бары Аллаға.

Ике ҡулда –ике алһыу алма,
Һалып киттең тәрән уйҙарға.
Төштә түгел, өндә алма биреп
Әйҙәүеңме икән ҙур юлға?

Ике алма-ике юлдың саты-
Тәгәрәне төшөп һикегә.
Оло юлға илтһә бер алмаһы,
Бер алмаһы тартты кирегә.
Бүленә (а)лмам тик шул икегә...

Ике ҡулда –ике алһыу алма,
Ә күңелдә –хистәр бураны.
Пар алмалар, тимен, бүләк итеп,
Бөтөнлөккә микән юраның?

Ике ҡулда –ике алһыу алма-
Был йомаҡты нисек сисергә?
Әйтер һүҙең һинең аңламаһам,
Таба (а)лмаһам яуап кисер, ә?

...Азатлыҡты даулап намыҫ тырнай
Тыумай ҡалған тере һүҙебеҙ...


***
Башҡортостан!
Гүзәл илем тиеп
Йыр яҙһам да кемде ҡабатлап,
Һөйләп бирә алмам күҙ йәшеңде,
Бөйөклөгөн ошо быуаттың.

Әйтеп бирә алмам ил хәсрәтен,
Тел хәсрәтен телһеҙ быуындың...
Боҫрап торған Мостай тупраҡтары
Ҡай арала икән һыуынды?

Көйләй алмам телен киҫкәндәрен
Илем, ерем тигән халҡымды.
Ирек даулап, йәнен аямайса
Күпме башҡорт яуға ҡалҡынды.

Һөйләй алмам, беләм, Тәфтиләүҙең
Милләтемде утҡа тотҡанын,
Бер ғәйепһеҙ минең киләсәкте
Әсәм менән ҡуша яҡҡанын.

Йырлай алмам халҡым илағанда,
Һөйәнтүҫтә күпме һөйәктәр...
Себер тиһәм, Рогервикты күрәм,
Усаҡ яҡһам – еҫе көйөктөң.

Яндырҙылар, көлгә ҡалманыҡ беҙ,
Туҙғытмаған тарих елдәре.
Ҡырҡһалар ҙа телде, әсәй тиеп
Асыла әле балам телдәре...

***
“Хушлашам да буғай йәшлек менән,
Утыҙҙарға инде етелгән!...”
Рәми Ғарипов.


Хушлашырға әллә йәшлек менән,
Шағир йәшенә лә етелгән...
Көмөш түгел икән йәшлек йәше,
Алтын сүмес һонмай Етегән.

һарат менән Буҙат баш бирмәй шул,
Сабыр инем иңләп Йыһанды.
Устарыма алам һаҡ-һаҡ ҡына
Ҡыйырсыҡ ай-һары майыңды.

Мин йәйәүләп, (атым юҡ шул әле)
Уҙып барам Аҡҡош юлынан.
Ижад тигән тере шишмә һыуын
Эсһәм икән шағир ҡулынан.

***
“Бер саҡ килер үлем-ят ҡунаҡ…”
М.Кәрим


Үлем бөгөн ят ҡунаҡмы икән?
Кеше менән йәнәш атлаған.
Һин тыуғас та, һуҙмай оҙон-оҙаҡ
Иңбашыңа килеп атлана.

Йәшәү –үлем. Кеше ғүмерҙәре
Ошо ике үлсәм араһы.
Арҡаларҙа ят ҡунаҡты йөкмәп
Кем беләлер күпме бараһы…

***
Меҫкенлектә үтә был ғүмерҙәр,
Хәйерсе лә түгел үҙебеҙ.
Алтын сеүәтәһен ялап ялай-
Шул түрәлә ике күҙебеҙ.

Бахырлыҡҡа ҡалды батырлыҡтар -
(Үҙ хәлеңде үҙең беләһең).
Ауыҙ асып һүҙең әйтәм тиһәң,
Тоҫҡалғандай мылтыҡ көбәге.

Кешеләрҙән өҫтөн көшөлөктәр,
Ҡәҙеребеҙ шулай бөттөмө?
Тыумай ҡалған бала ишеләйме-
Әйтелмәй шул һүҙҙең үтеме.

Заман заңы тигән булабыҙ ҙа...
(Үҙебеҙҙе үҙем йәлләйем).
Шәшке генә тундар араһында
Тишек көпөм ҡайҙа эләйем?

Ас та түгел, түгел яланғаслыҡ
Ҡоллоҡта ла түгел үҙебеҙ.
...Азатлыҡты даулап намыҫ тырнай
Тыумай ҡалған тере һүҙебеҙ...
Категория: Литературная страничка | Добавил: РФ
Просмотров: 1187 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024