Айгуль Аиткулова - Һинһеҙ йәшәгәнмен
15.08.2012, 18:57
Күпме ғүмер уҙған һинһеҙ йәшәп,
Йәшлек инде, ана, йыраҡта...
Һинһеҙ атҡан күпме алһыу таңдар,
Һинһеҙ икән нисек йыр аҡҡан?..

Бөрөләнгән һинһеҙ умырзая,
Һинһеҙ яуған көмөш ямғырҙар...
Сит-яттарға нисек йырҙар арнап
Йәшнәгәнмен йәшлек-яҙҙарҙа...
Күпме ғүмер һинһеҙ йәшәгәнмен,
Һинһеҙ үткән юлдар-йылдарым...
Ҡул һуҙымы хәҙер беҙҙең ара –
Яҡынайтыр микән йырҙарым...

***
Ҡыҙыл, һары япраҡайҙар
Юлдарыма түшәлә.
Гүйә, тәңкәләрҙән торған
Оло бер тау ишелә.

Һуҡмаҡтағы эҙҙәрҙе лә
Шул тәңкәләр ҡапланы.
Хыял селпәрәмә килде,
Өмөттәрем ҡалманы...

Биҙәкле алтын балаҫҡа
Аяҡ баҫам һаҡ ҡына...
Яуапһыҙ ҡалған һөйөүем –
Өҙөлгән япраҡ ҡына...

***
Һине уйлап, янып-көйөп
Үтә лә китә көнөм.
Төштәремдә бер күрһәм дә,
Йәмләнеп китә өнөм.

Һарыларға һабышамын,
Уйҙарымдан китмәйһең.
Наҙлап-һөйөп яратырға,
Һағышымды таратырға,
Исмаһам, бер килмәйһең.

Талпыныуым, осоноуым –
Яҙҙарым еткән икән.
Һине көтөп, көтөк булыр
Көндәрем үткән икән.

Йөрәгемдең имсеһе һин,
Димсеһе һин күңелдең,
Ҡараштарың иретте лә,
Хистәремдән түгелдем.

Әй, шашына, тиле йөрәк,
Һағышым үткән икән.
Күҙҙәремә бер тултырып
Ҡарауың еткән икән.
Источник - agidel-rb.ru
Категория: Литературная страничка | Добавил: РФ
Просмотров: 1889 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024