Айгуль Аиткулова - Яҙмыш тигәндәре шулмы икән...
15.08.2012, 18:59
Башҡортостан йәштәренең "Шоңҡар” журналында баҫылған шиғырҙарын уҡымаған булһам, анда-һанда төрлө урындарҙа донъя күргән шиғри юлдарына ҡарап Айгөлдөң өлгөрөп еткән шағирә дәрәжәһенә күтәрелеп еткәнен һиҙмәгән дә булыр инем.

Йылайыр районы Юлдыбай ауылы ҡыҙы Айгөл Рәжәп ҡыҙы Айытҡолова хеҙмәт юлын "Хеҙмәткә дан” гәзитендә башлап, бөгөн район телевидениеһын етәкләй. Тормош иптәше Руслан Арыҫланбәков менән Айнур исемле ул үҫтерәләр.

"Яҙмыш тигәндәре шулмы икән " - Айгөлдөң был юлдары туранан-тура уның үҙенә лә ҡағыла, һымаҡ. Яҙмыш уны Күгәрсен егете менән таныштырғандыр ҙа, ошонда төпләнергә, ғаиләле, эшле булырға, алған һөнәре буйынса хеҙмәт юлын дауам итергә ҡушҡандыр. Шул уҡ яҙмыш ҡулына ҡәләм алып, шиғри юлдар тирбәлтеп ҡарарға өндәгәндер. Юғиһә ҡан-тамырында бер генә шиғриәт менән шөғөлләнгән кеше булмағанда шағирлыҡ һәләте ҡайҙан барлыҡҡа килһен?! Хәйер, мин бик үк дөрөҫ тә әйтмәйемдер. Шағир булмаһа һуң? Моңло заттар донъяһында тыуып тәрбиәләнеп үҫкән Айгөл.

Олатаһы Азат Айытҡолов – танылған ҡурайсы, ҡәрсәһе Ғилмекамал – таҡмаҡсы, ҡартаһы Әнүәр Харисов йырға әүәҫ булғандар. Әсәһе Фәниә лә йырға маһир икән. Ә телгә һөйөүҙе Юлдыбай урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нәфисә Нәҙерғолова уятҡан, "Сатҡылар” әҙәби түңәрәк етәксеһе, шағирә Фәүзиә Юлдашбаева шиғыр нигеҙҙәрен өйрәткән.

5-се класта уҡыған сағында уҡ "Ауыл уттары” район гәзите "Әсәйемә” исемле тәүге шиғырын баҫтырып сығарып, Айгөлгә ҡанат ҡуйған. Ошо көндән башлап ул шиғырҙар ижад итә башлай. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика бүлегендә уҡыған йылдарында әүҙемлек тағы ла арта төшә. "Аманат” журналында бер шәлкем шиғырҙары нәшер ителеүе авторға ижад юлына ныҡлабыраҡ баҫырға дәрт өҫтәй, көсөнә ышаныс тыуҙыра. Бөгөн инде ул - йөҙҙән ашыу шиғыр авторы.

Шиғырҙары көйгә һалыуға ла уңайлы икән. Йәғәфәр Нәҙершин, мәҫәлән, авторҙың "Һинһеҙ йәшәгәнмен”, Марсель Сәғитов – "Көнләшәм”, Флүрә Шәрипова "Йылайырым” шиғырҙарын һайлаған, Айгөл Айытҡолова һүҙҙәренә тағы ла бер нисә йыр тыуып килә.

Йәш шағирәгә ижади үрҙәр, ижади емештәр теләйһе генә ҡала.

Роберт СОБХАНҒОЛОВ
Яҙмыш тигәндәре шулмы икән...

Яҙмыш тигәндәре шулмы икән –
Аҡ-ҡаралы юлдан атлайым.
Кеше тигән бөйөк исемде лә
Йөрөтөүе ауыр, аңлайым.

Яҙмыш тигәндәре шулмы икән –
Дуҫтарымдан дошман күберәк.
Хыялың да ҡай саҡ юҡҡа сыға,
Осоп үтә, гүйә күбәләк.

Яҙмыш тигәндәре шулмы икән –
Тура һүҙем була язалы.
Хаҡлыҡтарҙан өҫтөн нахаҡ сыға,
Йөрәгемдә ҡала ҡаяуы.

Яҙмыш тигәндәре шулмы икән –
Йөк атылай эштә көндәрем.
Донъя малы – дуңғыҙ ҡаны, тиҙәр,
Йылы ҡараш көтә күҙҙәрем.

Яҙмыш тигәндәре шулай булһын –
Ил өҫтөндә билем бөгөлһөн.
Хаҡлыҡ өсөн, бары халыҡ өсөн
Ергенәмдә тирем түгелһен.

***
Хушлашам да буғай йәшлек менән,
Утыҙҙарға инде етелгән!..
Рәми Ғарипов.


Хушлашырға әллә йәшлек менән,
Шағир йәшенә лә етелгән...
Көмөш түгел икән йәшлек йәше,
Алтын сүмес һонмай Етегән.

Һарат менән Буҙат баш бирмәй шул,
Сабыр инем иңләп Йыһанды.
Устарыма алам һаҡ-һаҡ ҡына,
ҡыйырсыҡ ай - һары майыңды.

Мин йәйәүләп (атым юҡ шул әле)
Уҙып барам Аҡҡош юлынан.
Ижад тигән тере шишмә һыуын
Эсһәм икән шағир ҡулынан.

***
Шиғырҙарҙы нисек яҙырға, тип,
Төндәремдә ҡалам уйланып...
Йөрәк моңон эҙләп аҡҡан һыуҙан,
Шишмәләрҙән кәңәш һораным.

Шиғырҙарҙы нисек яҙырға, тип,
Көндәремдә ҡалам уйланып...
Күңел йырын эҙләп, ҡурсаҡ тотоп,
Кескәй ҡыҙҙар менән уйнаным.

Ниндәйерәк шиғыр яҙырға, тип,
Ҡарт имәндән кәңәш һораным:
- Әйтсе, имән, ниндәй шиғыр кәрәк?
Әйтсе, сәскәм! Әйтсе, урманым!

Яуап биргән кеүек миңә улар
Шыбыр-шыбыр ниҙер һөйләне.
Өҙҙөрөп тә шул саҡ ҡырлы ҡурай
Уралымдың йырын көйләне...

Ҡурай моңон һалам шиғырыма,
Матурлығын башҡорт теленең.
Ошо йырҙар менән мин данлармын
Тыуып үҫкән ғәзиз еремде.

***
Күңелемдең иләҫ сағы бөгөн –
Үҙ-үҙемә үҙем хайранмын.
Ер йөҙөндә гөрләп яҙ килгәндә
Көтәм мин дә хистәр байрамын.

Өмөтләнеп бағам яҙҙарыма,
Наҙҙарыңа мохтаж саҡтарым.
Тамсы ғына һөйөү хисеңә лә
Йөрәгемде бирәм аҡтарып.

Яҙҙарыңда мине ярат әле,
Танһыҡ хистән килә сәсәгем.
Мөлдөрәмә тулып хистәр, әйҙә,
Йөрәктәрҙән китһен сәселеп.

Сәселһен дә, әйҙә, сәскә атһын
Йөрәктәрҙә һөйөү гөлдәре.
Күңелдәрҙә наҙлы хис уятһын
Яҙҙарымдың иркә елдәре.

***
Ҡыҙыҡ инде кеше тигәндәрең –
Ҡыҙып китә юҡ – бар һүҙҙән дә.
Ым-ишара көтөп ҡараштарҙан
Өмөтләнеп баға күҙҙәргә.

Йә ҡабына ҡапыл-ҡапыл ғына
Ҡағылғандай һөйөү зәхмәте.
Ярҙам ҡулы һуҙа көтмәгәндә
Мең бәләнән аяр рәхмәтең.

Йә тәкәббер һалҡын ҡараштары
Йөрәгеңә барып ҡаҙала.
Йә усаҡтай йылы өләшә ул,
Аңла инде шуны, йә, Алла!

Йә илай ул төнөн мендәр ҡосоп,
Һағышланып айлы кистәрҙә.
Аңламаҫһың кеше күңелдәрен –
Ярай алмай уға хистәр ҙә.

***
Һаҡау ғына кәкүк оялаған
Өй янында яңғыҙ тирәккә.
Иртә таңдан кемде саҡыралыр –
Һағыштары үтә йөрәккә.

Күҙ йәшенә сәсәп көрмәлгәнме
Телгенәһе зарлы ҡошсоҡтоң?
Кемдәр өсөн генә уттар йотоп,
Кемдәр генә тиеп осондоң?

Эсең тулы һағыш булһа булһын,
Тынып торсо, кәкүк, моңланма.
Шомландырып килгән был яҙҙарҙың
Наҙҙарына берүк алданма...

***
Эй, йылдарым! Ҡалай тиҙ уҙалар
Яҙғы һыуҙай, йүгерек йылғалай
Аға.. Аға... көндәр-төндәр аша
Ҡарап торҙом әле бер талай.

Һиҙҙермәйсә уҙа көндәре лә,
Ай күргәнме, ҡояш алғанмы?
Әй, кәкүгем! Тынып торсо бер аҙ!
Иҫәпләмә күпме ҡалғанын!

Һанаулы ла ҡалған көндәремдең
Һынаулылыр, тимен, төнө лә.
Һаҙағайҙай балҡыр был ғүмерҙәр
Уҙған һайын бәҫле күренә.

Туҙған һайын ярһыуыраҡ тибә
Тибер-типмәҫ торған йөрәк тә.
Фанилыҡта йәшәп туймаһа ла,
Тегендә лә кеше кәрәктер...

***
Илаҡтарҙы яҙмыш аямай

Ах, йөрәгем, нисек быға тиклем
Белмәгәнмен һинең барлыҡты?
Йыһан тигән бөйөк киңлектә лә
Булыр икән шундай тарлыҡтар...

Тоймағанмын ҡайнар ҡандарымдың
Тамырҙарым буйлап аҡҡанын.
Һәм бер таңда күрәм, ни ғәләмәт,
Сәстәремде ҡырау баҫҡанын.

Йәшәлгәндәр йылдар... Йәшенмәктәр
Уйнар саҡтар күптән уҙғандар...
Күпме һыуҙар эсеп, юлдар кисеп
Күпме сабаталар туҙғандар.

Күпме һүҙҙәр артыҡ ысҡынғандар,
Күпме һүҙҙәр ҡалған әйтелмәй.
Ваҡыт еле ҡаҡҡан-һуҡҡылаған
Күңел генә ҡалған кителмәй.

Бирешмәгән елгә, дауылына
Таштарға ни? Улар иламай...
Тешен ҡыҫып кеше шулай йәшәй,
Илаҡтарҙы яҙмыш аямай...

***
Һинһеҙ йәшәгәнмен.
(Й.Нәҙершин көйө)


Күпме ғүмер уҙған һинһеҙ йәшәп,
Йәшлек инде, ана, йыраҡта...
Һинһеҙ атҡан күпме алһыу таңдар,
Һинһеҙ икән нисек йыр аҡҡан?..

Бөрөләнгән һинһеҙ умырзая,
Һинһеҙ яуған көмөш ямғырҙар...
Сит-яттарға нисек йырҙар арнап,
Йәшнәгәнмен йәшлек - яҙҙарҙа...

Күпме ғүмер һинһеҙ йәшәгәнмен,
Һинһеҙ үткән юлдар-йылдарым...
Ҡул һуҙымы хәҙер беҙҙең ара –
Яҡынайтыр микән йырҙарым...

***
Көтмәгәндә яҙмыш осраштырҙы,
Ташҡан мәлдә йылға ярынан,
Асылғанда зәңгәр умырзая,
Әрселгәндә тауҙар ҡарынан.

Көтмәгәндә яҙмыш осраштырҙы,
Һыуһағанда күңел наҙҙарға,
Ярһығанда йөрәк һөйөү көтөп,
Йәшнәп килгән йәшлек – яҙҙарҙа,

Ҡойонғанда күңел танһыҡ хистә,
Балҡығанда йәйғор офоҡта,
Түгелде моң... Йәшлек осрашҡанда
Һандуғастан беҙме йыр отҡан?

Арығанда көтөп мөхәббәтте,
Сарсағанда иркә-наҙҙарға,
Юлдарымда кинәт һин осраның,
Утлы йәшен булып яҙҙарҙа...

Һәм... Телеп үттең һаҡһыҙ йөрәгемде...
Яраларҙан һарҡып ҡан тама.
Төҙәлмәҫтер инде был йәрәхәт,
Үтенептәр ғәфү һыҡтама...

Йырланманы йырҙар, әйтелмәне Һүҙҙәр,
Балҡыны ла һүнде хистәрем...
Яҙҙар һайын һыҙлай йөрәккенәм,
Илап үтә айлы кистәрем...
Источник - морадым.рф
Категория: Литературная страничка | Добавил: РФ
Просмотров: 3583 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 4.2/5
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024