Шәкир Янбаев - Ижадтағы тәүге аҙымдар
05.11.2015, 20:32
Мин бәләкәйҙән китап ярата инем. Бәлки шуғалыр ҙа, 1943 йылдың февралендә, унынсы класста уҡып йөрөгәнемдә, армияға сағырылғас, тоҡсай тултырып китап алып киттем. Поезда Өфөгә килеп төшкәс, буласаҡ һалдаттарҙы сафҡа теҙеп, тау башындағы ҡалаға йәйәү алып киттеләр. Бал ҡортоноң күсе һымаҡ һалдаттар ҡымйышҡан бик ҙур таш йортҡа әлеге дары еҫе еҫкәмәгән, ҡайҙа барырҙы, ниҙер күрерҙе уйламаған йәп – йәш малайҙарҙы килтереп тултырҙылар. Ҡайҙа бында китап уҡып ултырыу! Аяҡ баҫыр урын юҡ. Госпительде һауығып сыҡҡандарҙы төркөм – төркөм вокзалға оҙатҡанда ғына урын бушап ҡала, тик оҙаҡҡа түгел, киткәндәр урынына яңылар эркелә.

Шулай ҙа бер мөйөштә генә, китап уҡырға таптым форсат, тирә – яҡтағы ығы – зығыны онотоп, сихри доньяға сумдым. Күпме шулай ултырғанмындыр, башымды күтәреп ҡараһам, минең тирәләй, һалдаттар ҡарап торғанын күрәм. Шул саҡ бер өлкән һалдат миңә ҡулын һондо:
- Улым, бер тәмәке төрөрлөк йыртып бирмәҫһеңме? – тип үтенде. Уның артынса башҡалары ҡул һондо. Икмәккә генә түгел, тәмәке төрөрлөк ҡағыҙға ла ҡытлыҡ заман! Вокзалға төшөргә теҙелгән, бөгөнме – иртәгәме ут эсенә инәсәк һалдаттарға тоҡсайымдағы китаптарымды өләштем дә, ҡәҙерле дуҫтарымдан айырылышҡандай, илап ебәрҙем.

Шул саҡ ҡарт һалдат башымдан һыйпап:
- Улым илама, бына ҡәһәрле фашистарҙы еңербеҙ әле көйгән – янған китаптар урынына яңыларын сығарырбыҙ! Иҫән ҡалһаң, бәлки һин үҙең дә яҙыусы булырһың, - тип йыуатты.

Дәһшәтле һуғыш барғанда минең яҙмышымды юраған ҡарт яугирҙең «Бәлки, яҙыусы булырһың» тигән һүҙҙәре нисәмә тиҫтә йылдарҙан һуң да ижад усағын дөрләткән тәүге осҡон булып күңелемдә һаҡлана.

Боҙло – ямғырлы дауыл үткән ҡола яланда усаҡ тоҡандырыу еңел түгел. Ижадта ла тап шулай. Әҙәбиәткә килгән юлдарыма әйләнеп ҡараһам, мин иң тәүҙә Башҡортостан радиокомитетын күҙ алдыма килтерәм. Ул саҡта Өфө музыка училищеһендә уҡып йөрөй инем. Бер көндө Башкортостан радиоһына дикторҙар конкурсы үткәрелеүе хаҡында иғлан итте. Һуғышҡа тиклем, мәктәптә уҡыған саҡтарҙа уҡ, шиғыр һөйләргә ярата инем, үҙебеҙҙең Мораҡ радиоузелынан да сығыш яһағаным булғыланы. Шуларҙы иҫкә төшөрҙөм дә, үҙемдең еңәсәгемә ышанып, киттем мин ярышҡа. Бер мин генә түгел, диктор булырға теләүселәр күп икән дә! Араларында артистар ҙа бар. Ҡупшы ғына кейенгәндәр, минең өҫтөмдә һаман шул һалдат гимнастеркаһы. Бәйгегә сыҡҡан юртаҡтар араһындағы ҡорсанғы тай һымаҡ ҡына күренгәнмендер. Конкурста уҡырға гәзит таратып сыҡтылар, миңә лә бирҙеләр. Бераҙҙан һәр ҡайһыбыҙҙы берәм – берәм студияға саҡырҙылар. Миңә лә сират етте. Шытырлатып уҡый башланым. Әллә ни күп тә уҡыманым, «Етте! Етте!» тип миңә ишара яһайҙар. «Әһә, оҡшатҡандар икән» тип, үҙемдең еңәсәгемә ышанып, студиянан сыҡтым. Комиссия үтә лә талапсанбулды ахырыһы, ярышҡа йыйылғандарҙың береһен дә, шулар араһында мине лә, оҡшатманылар. Бейек батҡыстан уйсан ғына төшөп, ишекте сығып барғанда комиссиялағы мөләйем генә йәш ҡатын яурыныма ҡулын һалды.

- Энекәш, башҡортса дөрөҫ, матур уҡының, тик трибунаға сыҡҡандай, һөрәнләнең. Микрофон ҡысҡырғанды яратмай, ҡара – ҡаршы ултырып һөйләшкән – серләшкән шикелле генә уҡырға кәрәк. Был конкурсты ҡабатлайҙар, әгәр килергә теләһәң, мин әйткәнде онотма, - тип кәңәш бирҙе.

Ай самаһы үткәс, дикторлыҡҡа конкурс буласағын тағы иғлан иттеләр. Был юлы үткәндәгенән дә халыҡ йыйылғайны, биргән материалдарҙы тамаҡ ярмай, һалаһыу ғына тауыш менән уҡып сыҡтым. Мине оҡшаттылар, шул кисте үк тәжрибәле диктор Биби апай Миграноваға йәнәш ултырып, бөтә республикаға һуңғы хәбәрҙәрҙе уҡыным. Аҙаҡтан белдем, микрофон алдында нисек уҡырға кәңәш биргән изге теләкле кеше шул саҡта уҡ халыҡ яратып өлгөргән, мәшһүр йырсы Фәриҙә Кудашева булған икән.

Хәҙер уйлап ҡараһам, Башҡортостан радиокомитетында өлгө алырлыҡ, һоҡланырлыҡ, бай күңелле бик күп шәхестәр менән бергә эшләгәнмен икән! Радиокомитеттың баш редакторы Зәйнәб Абдулловна Искәндәрованы нисек онотаһың! Кәүҙәһе бәләкәй генә булһа ла, сикһеҙ оло йәнле, йомарт күңелле, талапсан һәм ярҙамсыл журналист ине ул. «Шакир туғаным, һин дикторлыҡ эше менән генә сикләнмә, башҡалар яҙғанды уҡыу ғына етмәй, үҙең дә яҙыш, рус теленән мәҡәләләр тәржемә яһа, радиорепортаждар яҙ » - тип Зәйнәб апай үҙенең кәңәштәре менән миңә журналистикала тәүге аҙымдарҙы яһарға ярҙам итте. Мәскәү консерваторияһында белем алған Мәрйәм апай Габдрахманованың музыка тапшырыуҙары редакторы булыуы шул йылдарҙа тыңлаусының йәнен иретергә, күңелен байытырға, рухын күтәрергә ярҙам иткәндер. Мәрйәм апай Фәриҙә Кудашева, Баныу Вәлиева,Әсмә Шайморотова, Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Ғәдрахман Хәбибәллин, Сәлих Хөснияров, Сөләймән Абдуллин кеүек мәшһүр йырсыларыбыҙҙың тауышын эфир тулҡындарында халыҡҡа еткерҙе.

Илленсе йылдар башында магнит таҫмаһына яҙылыу юҡ ине әле, артистар студияға килеп, туранан – тура микрофон алдында йырлайҙар ине. Диктор булараҡ, студияла мин концертты алып барам. Шулай итеп, бик күп артистар менән яҡындан күрешергә, аралашырға тура килде. Халҡыбыҙҙың талантлы улдарын, ҡыҙҙарын күреү, ижади интеллегенция мөхитендә үҙ-үҙеңде тоторға өйрәнеү миңә – ауыр яу юлдарын үтеп, утты – һыуҙы кисеп тигәндәй, тыныс тормошҡа ҡайтҡан кисәге һалдатҡа баһалап бөткөгөҙ һабаҡ булды. Шул тиклем ҡәҙерле ине радиола эшләү, ошо коллективта ике йыл эшләгәндән һуң, 1952 – се йыл Мәскәүгә, Максим Горький исемендәге әҙәбиәт институтына уҡырға киттем һәм уны тамамлап, биш йылдан һуң радиокомитетҡа эшкә ҡайттым. Республикала телевидение студияһы асылғас, шунда художство редакцияһына эшкә күстем. Әммә радионан бер ваҡытта ла китмәнем, тәүге ижади аҙымдарым яһалған радиола яҙған әҫәрҙәремде уҡыйҙар, үҙемдең тауышым да әленән – әле яңғырап тора.

Янбаев Шәкир Мәхиән улы хәтирәләре

Материалы предоставила Гульназира Кинзябаева, заведующая Бикбулатовской СБ
Категория: Литературная страничка | Добавил: РФ
Просмотров: 2274 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024