Шаура Байдавлетова - Быҫҡыма, балҡып ян!
08.09.2016, 11:15 | |
Быҫҡыма, балҡып ян! Быҫҡыма,балҡып ян, Күңелең һүрелмәһен. Ауыр булһа ла тормош- Йәшәүҙән төңөлмә һин. Бик-бик ауыр саҡта ла Яҡты көнгә ышан һин. Бар ул, була ул,килә ул,- Өмөтөңдө өҙмә һин! Был донъяға беҙ килгәнбеҙ Гөр килешеп йәшәргә. Балҡып янмай быҫҡыһаҡ, Тонсоғорбоҙ төтөнгә!.. Ғүмер юлы Тормош булғас төрлө саҡтар була: Шатлыҡ тауҙарына менәһең, Ҡайғы күлдәренә төшәһең, Бына шулай менә төшә, төшә менә Ғүмер юлдарынан үтәһең. Шатлыҡ тауҙа оҙаҡ тороп булмай, Тәгәрәй-тәгәрәй төшөп китәһең... Ҡайғы күлдәренә барып төшһәң, Сыға алмай йонсоп бөтәһең. Сабыр-тәҡәттәрең ҡороһа Хатта, батып та , китәһең... Ҡайғы күлгә төшкән саҡта Яҡын дуҫтарың булһын. Туғандарың, күршеләрең Ярҙам ҡулдарын һуҙһын. Шатлыҡ тауҙа бергә-бергә Оҙағыраҡ торорбоҙ. Ҡайғы күлһә төшөп барһаң, Тоторбоҙ ҙа алырбыҙ. Ҡайғы тауҙар,күңелһеҙ күләүектәр, Әҙерәк булһа ине. Шатлыҡ тауҙар,ҡыуаныс түбәләстәр Йыш осорап торһа ине. Аҡлы-ҡаралы йылдар Йылдар артынан йылдар үттеләр, Бик үтмәне улар бер тигеҙ. Бер йылында бәхетһеҙлек килһә, Икенсеһе -бәхет килтерҙе. Бер йылында ҡарлы ҡатыш ямғыр яуһа, Икенсеһе-ҡояш балҡыны. Бер йылында алма ашаһам, Икенсеһе-әрем татыным. Бер йылымда юлым һикәлтәле булһа, Икенсеһе-таҡыр юлдан атланым. Бер йылында өйөп алтын-көмөш тапһам, Икенсеһе-бер ни тапманым. Хатта тапҡанын да юғалттым. Шулай үтте йылдар-йылғырҙар, Әйтерһең дә аҡлы-ҡаралы һыҙат. Булһа булһын әле аҡлы- ҡаралы, Тик булһындар ине бер быуат. Ҡатын-ҡыҙ бәхете Нимә ул ҡатын-ҡыҙ бәхете? -Яратҡан эшең булыу. Иртән тороп, югереп барып Рәхәтләнеп эшләп йөрөү. Нимә ул ҡатын-ҡыҙ бәхете? -Яратҡан кеше булыу. Уның менән икәүләшеп Ғаилә ояһын ҡороу. Нимә ул ҡатын-ҡыҙ бәхете? -Балаларҙың үҫеп етеүе. Үҫеп еткәс, ныҡлы баҫып Тормош юлдарынан китеүе. Нимә ул ҡатын-ҡыҙ бәхете? -Ейәндәрҙең булыуы. Улар менән етәкләшеп, Урамдарҙан уҙыуы. Нимә ул ҡатын-ҡыҙ бәхете? -Илдең тыныс булыуы. Һәр быуатта, һәр заманда Ҡатын-ҡыҙҙың ҡатын-ҡыҙ булып ҡалыуы. | |
| |
Просмотров: 1251 | Загрузок: 0 | |
Всего комментариев: 0 | |
| |