Ата-бабам тыуған ер, кендек ҡаным тамған ер...
11.07.2017, 09:56
Рәсми яҙмаларҙа 2-се Түкәт исеме менән йөрөтөлһә лә асылда халыҡ был ауылды Тирмән тип белә. Һис тә арттырыу түгел: ғәжәйеп һоҡланғыс был тәбиғәт мөйөшөн хаҡлы рәүештә районыбыҙҙың ғына түгел, республикабыҙҙың иң матур ерҙәренең береһе тиергә була.

Бер нисә йөҙ йыл элек ата-бабаларыбыҙ төйәк иткән был хозур ерҙә урынлашҡан ауыл артыҡ ҙур түгел, шулай ҙа унда уҙған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына бихисап кешеләр йыйылды. Тимәк, уны күптәр үҙенең тәүтөйәге тип һанай, йәне-тәне менән уға тартыла.

Ғәҙәттәгесә ауыл осонда ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, ҡымыҙ менән ҡаршы алғас, байрам изге йоланан – Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары рухына аят уҡыуҙан башланды. Ауыл уртаһында төҙөлгән һәм һуңғы йылдарҙа яңыртылып, күркәм төҫкә ингән обелискыла сит ерҙәрҙә мәңгелеккә ятып ҡалған 13 яугирҙың, яуҙан иҫән ҡайтып, тыуған ерҙә мәңгелек төйәк тапҡан 10 ветерандың исеме урын алған. Район имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Янбаев уҡыған доғалар улар рухын шатландырғандыр, Иншә Аллаһ!

Байрамға бик ентекле әҙерләнгән ауыл халҡы: ҡыйшайып-ауып ятҡан ҡойма-ҡапҡалар, ҡаралтылар күрмәҫһең. Урам ситтәре тип-тигеҙ итеп сабылған, баҡсаларына иһә иң маһир баҡсасылар ҙа көнләшерлек… Һис һүҙһеҙ, тырыштар, уңғандар йәшәй Тирмәндә.

Табышты тирмәндәр башлыса ҡортсолоҡ кәсебенән ала, ғөмүмән, бында умартасылыҡ менән шөғөлләнмәгән бер генә кеше лә юҡ, тиҙәр. Шуғалыр ҙа, ҡапҡа төптәренә өҫтәл ҡуйып, ауылдаштарын, ситтән ҡайтҡан ҡунаҡтарҙы хөрмәтләп ҡунаҡ иткән хужаларҙың табын түрендә иң төп урынды бал һәм ҡортсолоҡ продукттары урын алған. 16 йорт хужаһы, һис ауырһынмай, ҡунаҡтарҙы һый-хөрмәттән тыш, йыр-моң менән дә “һыйланы”. Ҡунаҡсыл хужалар ауылдаштарын Тайвандан алып ҡайтҡан сәй менән һыйланы.

Байрамдың Арҡырытау һәм Сусаҡтау итәгендәге иркен яланда – ҡасандыр Тирмән, Түкәт, Нуҡай, Ишбирҙе, Ҡыҙылташ ауылдары йәштәре уйын ҡорған ҡарағай янында уҙған рәсми өлөшө Рәсүл Янбаев уҡыған аят-доғаларҙан башланды.

Райондан килгән вәкилдәр – район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы Денис Дәүләтшин район хакимиәте башлығының ҡотлау һүҙҙәрен уҡып ишеттерһә, район Советы депутаты Рим Ғүмәров ауылда иң оҙаҡ йәшәүсе Рәшит Байғүбәковҡа һәм ауылдың иң бәләкәй кешеһе Айбулат Әҙелғужинға бүләктәр тапшырҙы.

Һәр кем белә: байрамға әҙерләнеүе генә оҙаҡ һымаҡ, үҙе бер тынала уҙа ла китә. Тирмәндәге “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” күҙ асып йомғансы уҙып китһә лә, унан алған юғары кәйеф, рух берлеге ауыл халҡының күңелен бик оҙаҡ йылытасаҡ әле.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Источник - moradimgazeta.wordpress.com
Категория: Праздник села, улицы | Добавил: РФ
Просмотров: 1645 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024