Тыуған ерем һәр саҡ йөрәгемдә, – ти яҙыусы Марс Йәһүҙин
13.10.2015, 18:32
Хикәйә яҙыуы ауырмы? Ижад итеү өсөн махсус шарттар кәрәкме? Әҫәрҙәге геройҙарҙың прототиптары бармы? Ни өсөн ҡайһы бер әҫәрҙәрҙе яҙыусылар бер ултырыуҙа, ә ҡайһыларын йылдар буйы яҙа? Был һорауҙар яҙыусы Марс Йәһүҙин менән осрашыуҙа яңғыраны.

Район үҙәк китапханаһы бындай сараны тәүгә генә уҙғармай, әлбиттә. Әммә был осрашыу Күгәрсен ерендә – беҙ йөрөгән һуҡмаҡтарҙан йөрөп, беҙ һыулаған һыуҙы эсеп үҫкән яҙыусы ҡатнашлығында үткәнгәме, Мораҡ башҡорт гимназияһының 9-сы “г” класы уҡыусыларында айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Хикәйә яҙыуы ауырмы? Ижад итеү өсөн махсус шарттар кәрәкме? Әҫәрҙәге геройҙарҙың прототиптары бармы? Ни өсөн ҡайһы бер әҫәрҙәрҙе яҙыусылар бер ултырыуҙа, ә ҡайһыларын йылдар буйы яҙа? Был һорауҙар яҙыусы Марс Йәһүҙин менән осрашыуҙа яңғыраны.

Район үҙәк китапханаһы бындай сараны тәүгә генә уҙғармай, әлбиттә. Әммә был осрашыу Күгәрсен ерендә – беҙ йөрөгән һуҡмаҡтарҙан йөрөп, беҙ һыулаған һыуҙы эсеп үҫкән яҙыусы ҡатнашлығында үткәнгәме, Мораҡ башҡорт гимназияһының 9-сы “г” класы уҡыусыларында айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Әлеге көндә күрше Татарстан республикаһында йәшәгән һәм ижад иткән Марс Йәһүҙин мәктәптә уҡыған саҡта уҡ шиғыр, мәҡәләләр яҙһа ла, ҡәләмгә ныҡлап 45 йәштәрҙә генә тотона.

– 1995-1996 йылдарҙа Яр Саллы ҡала гәзите “Туйҙағы хәл” тип аталған әҙәби конкурс иғлан итте. Туҡта, мин әйтәм, ә ни өсөн үҙем өсөн генә яҙышырға әле, башҡалар ҙа уҡып ҡараһын, тип үҙ туйыбыҙҙы һүрәтләп мәҡәлә яҙҙым һәм, көтмәгәндә, беренсе урын алдым. Бына шунан алып ҡәләмдән айырылмайым. Бер генә ижадсы ла үҙен бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмаған нәмә хаҡында уҡымлы итеп яҙа алмай. Һәр ваҡиғаның, һәр күренештең бер ҡыҙыҡ яғын табырға була. Мәҫәлән, бер таш икән, ти. Кемдер өсөн ул ябай таш, ә минең өсөн ул – миллиондарса йыл элек Урал тауҙары урынында сайҡалған диңгеҙ төбөндәге ваҡ ҡабырсаҡтарҙан, ҡомдан хасил булған ҡаты предмет. Ижад өсөн факттан тыш фантазия ла кәрәк, – ти ундан ашыу китап, йөҙҙән ашыу публикация, эссе, хикәйәләр авторы.

Марс Йәһүҙин 1950 йылдың 7 авгусында Күгәрсен районының Күгәрсен ауылында тыуған. 1973 йылда Өфө педагогия институтын тамамлағандан һуң Яр Саллы ҡалаһына күсә һәм бөгөн дә шунда йәшәй. Рус һәм татар телдәрендә ижад итә. Прозаик, РФ, ТР Яҙыусылар союзы һәм ТР Журналистар союзы ағзаһы, Халыҡ-ара һәм Рәсәй әҙәбиәт фонды ағзаһы. Китаптары: “А в небе жаворонок поет”, “Тайник”, “И текла река”, “Скрытые изображения”, “Где мой нос”, “Тормыш бу…”, “…Казлар очар су күреп”, “Через годы… Еллар аша”, “Святое дело – Родине служить”, “Сиртмале кое”, “Голоса”.

Әлисә МАННАНОВА:
– Ошондай уҡ осрашыу Күгәрсен мәктәбендә лә уҙҙы. Ҙур тормош тәжрибәһен туплаған, рус телен үҙ туған телендәй яҡшы белгән, иҫ киткес белемле, аҡыллы, шул уҡ ваҡытта ябай, халыҡ күңеленә яҡын була белгән кеше менән осрашыу уҡыусылар өсөн дә, уҡытыусылар өсөн дә фәһемле булды. Беҙҙең мәктәптә уның атаһы – Нафиҡ Халиҡ улы директор булған, туғандары, килендәре эшләгән һәм әле лә эшләй. Уның әҫәрҙәренең геройҙары – ябай кешеләр, күбеһенең прототиптары – беҙҙең ауыл кешеләре.
Туған мәктәбенә ул буш ҡул менән килмәне – үҙенең китаптарын, бай йөкмәткеле осрашыуҙар альбомын бүләк итте. Яҙыусы менән яҡындан аралашыу уҡыусылар күңелендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырғандыр, тип ышанам.


Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Источник - moradimgazeta.wordpress.com
Категория: Мы в прессе | Добавил: РФ
Просмотров: 1374 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024