Быйыл илебеҙ иң данлыҡлы,иң иҫтәлекле дата- 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләй.Фашизмды еңеп,илебеҙгә ирек килтергән яугирҙәребеҙ,тылда фронт өсөн көс түккән инәй-апайҙарыбыҙ һаны йылдан-йыл һирәгәйә бара.Ә йәш быуын был Еңеүҙең ниндәй хаҡ менән яуланғанын,күпме кеше ҡорбан булғанлығын,блокада икмәгенең ҡәҙерен белергә,онотмаҫҡа һәм үҙҙәренең һуғыш ветерандарын,тыл хеҙмәтен балаларына һөйләргә тейеш.

Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 533 | Добавил: РФ | Дата: 09.05.2020 | Комментарии (0)
Кугарчинская ЦРБ © 2024