11:48
“Ғалим. Әҙип. Тәңҡитсе”
Һин юғалғас, ҡапыл олоғайҙыҡ,
Ғәмһеҙлектәр, инде хушығыҙ.
Һәр саҡ иҫтә:
Намыҫ күҙе булып
Беҙгә ҡарап тора дуҫыбыҙ.
Ирек Кинйәбулатов

Декабрь аҙағында Башҡортостандың күренекле яҙыусыһы, шағиры, тәңҡитсе Әнүр Вахитовҡа 85 йәш тулыр ине. Ошо юбилейға арнап, Бикбулат ауыл китапханаһында “Ғалим. Әҙип. Тәңҡитсе” исемле әҙәби кисә үткәрелде.

Был кисәлә әҙәбиәт һөйөүселәр яҙыусының тормошо һәм төп әҫәрҙәре менән танышып үттеләр. “Сейәлетүбә” повесенән өҙөк, “Йәйташы”, “Тәрәнйырын” хикәйәләре уҡылды. Ауылыбыҙҙың килене Ғафури районы Туғай ауылынан Рәмилә Әхәт ҡыҙы Ишбаева үҙенең яҡташы, ауылдашы, туғаны Әнүр Хисмәт улы тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Сара фекер алышыу менән тамамланды.


Гульназира Кинзябаева, главный библиотекарь Бикбулатовской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 839 | Добавил: РФ | Теги: 2018-Бикбулатовская СБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024