11:05
"Алтын көҙ"
Көҙ ҡояшы йөҙә зәңгәр күктә,
Шаян елдәр уйнап үтәләр,
Суҡлы шәл ябынған ҡайындарҙың
Һары шәл суҡтарын һүтәләр.

Бикбулат китапханала "Алтын көҙ" тип аталған сара үтте. Миҙгелдең иң матур, сағыу, уңышҡа мул осоро - көҙ. Ошо осорға күп яҙыусылар шиғырҙарын бағышланғандар, рәссамдәр - картиналар, композиторҙар - әҫәрҙәрен яҙғандар. Балалар менән бергә А.Пушкин, М. Лермонтов, С.Есенин, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Йомабикә Ильясова ижад иткән шиғырҙарын уҡыныҡ, шулай уҡ китап күргәҙмәһе менән дә танышып үттеләр. "Көҙгө һынамыштар", "Урман типографияһы", "Йомаҡтар яланы", "Емеш - еләк эстафетаһы" уйындары уйналды һәм сара "Көҙгө букет" композицияһын төҙөү менән тамамланды.


Гульназира Кинзябаева, главный библиотекарь Бикбулатовской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 715 | Добавил: РФ | Теги: 2018-Бикбулатовская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024