11:16
Ҡан-ҡәрҙәштәр байрамы
Ауыл йәшәй әле.
Бала-саға
тауыштары менән өй йәмле.
Ауыл йәшәй икән, ил дә йәшәй,
һиндә, ауыл, йәшәү ҡөҙрәте.
Булат Мөлөков.

Бай тарихлы, гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан, күренекле шәхестәре, йомарт һәм киң күңелле халҡы, өлгөлө йорт-ҡуралары, татыу, егәрле һәм алсаҡ ғаиләләре менән билдәле булған, тыуған төйәгебеҙ Теләүембәт ауылында туғандарҙы берләштергән шәжәрә байрамы уҙҙы.

Яңы һулыш, байрамса төҫ алған ауыл, ялтырап ятҡан тигеҙ юлдары, яңыртылған обелиск, мәсет, мәҙәниәт йорто, китапханаһы, шәжәрәләрен төҙөп, һый-ниғмәткә тулы өҫтәлдәре менән ҡаршы алды ҡунаҡтарҙы ауыл халҡы.


Сығышы менән Теләүембәт ауылынан булған башҡала артистары, ауыл һәүәҫкәрҙәре тарафынан ҡуйылған концерт номерҙары байрамды биҙәне.

Өлгөлө йорттарҙы, тырыш, татыу ғаиләләрҙе, уңған хужабикәләрҙе, оҫта баҡсасыларҙы билдәләп, байрам бүләктәре тапшырылды. Байрамды ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.

Байрам дискотекаһы менән тамамланды күркәм, берҙәмлек һәм ҡан-ҡәрҙәштәр байрамы.

Ляля Саитбаталова, заведующая Тавакановской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1192 | Добавил: РФ | Теги: 2016-Тавакановская СМБ | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024