18:54
Бөгөн Башҡортостандың Дәүләт флагы көнө
1990 йылда республиканың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә һәм уның рәсми атрибуттары – Дәүләт флагы, гербы, гимны булдырыла. 1992 йылдың 25 февралендә, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы республиканың исемен үҙгәртеү тураһындағы закон ҡабул итә, уға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы тип үҙгәртелә, республика дәүләтселегенең рәсми символдарының береһе — яңы флаг раҫлана. Башҡортостандың Дәүләт гербы һәм Дәүләт гимны һуңыраҡ, 1993 йылдың 12 октябрендә ҡабул ителә.

Башҡортостандың флагы йәшел, аҡ һәм күк төҫтәрҙән (аҫтан өҫкә) тора. Йәшел төҫ — азатлыҡты, тормоштоң мәңгелек булыуын; аҡ төҫ — тыныслыҡты, республика халыҡтарының үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлеген; күк төҫ уларҙың уй-ниәттәренең изге булыуын, сафлыҡты аңлата. Флагтың аҡ төҫөнөң уртаһында ете таждан торған стилләштерелгән ҡурай сәскәһен үҙ эсенә алған түңәрәк төшөрөлгән. Ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡ билдәһе, уның ете тажы Башҡортостан халыҡтарының берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуға ишара.

Бөгөн иһә Дәүләт флагы — республиканың дәүләт һәм ижтимағи тормошонда айырылғыһыҙ атрибут. Ул илдең төрлө төбәктәрендәге республика вәкиллектәре биналары өҫтөндә лә елберҙәй, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә рәсми делегацияларҙың юлдашы.

25 февраля отмечается День Государственного флага Республики Башкортостан. В этот день в 1992 году Верховный Совет Башкирской ССР утвердил новый флаг, ставший одним из официальных символов государственности республики.


Айгуль Кильмухаметова, главный библиотекарь Максютовской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 85 | Добавил: РФ | Теги: Максютовская СМБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
avatar