11:42
"Бөйөк фән эшмәкәре"
Тарихсы ғалим, педагог Әсфәндиәров Әнүәр Закир улына ошо матур май айында 85 йәш тулған булыр ине. Ул Башҡортостандың социаль-иҡтисад тарихы проблемаларын, ауылдар, ҡалалар тарихын ентекле тикшереүсе ғалим. Күбебеҙ беҙ уны билдәле "История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий" исемле китабы аша беләбеҙ.

Китапханала ғалимдың юбилейена бағышланған хәтер кисәһе үткәрелде. Китап һөйөүселәрҙе китапханасы тарихсының тормош юлы, фәнни мәҡәләләре, эштәре һәм "Бөйөк фән эшмәкәре" исемле китап күргәҙмәһе менән таныштырып үтте. Сарала ҡатнашыусылар йылы хистәр һәм тәҫьораттар менән таралыштылар.


Гульназира Кинзябаева, главный библиотекарь Бикбулатовской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 859 | Добавил: РФ | Теги: Бикбулатовская СБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024