09:30
"Бәпес ҡайтты"
Әй тормош, бәлә-ҡазаңды
Һин беҙҙән алып китсе!
Илап тыуған сабыйымды
Йылмайып ҡабул итсе!
Зөһрә Ҡотлогилдина.

15 май Нуҡай ауыл клубында Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арналған “Бәпес ҡайтты” исемле сара үткәрҙек. Сараға Акильдина Әлфиә һәм Теләғолова Миләүшәләрҙең ғаиләрен саҡырҙыҡ. Ауылыбыҙға ҡот һәм йәм өҫтәп донъяға килгән сабыйҙарыбыҙ Теләғолова Алтынайға ун ай, ә Акильдин Инзилгә ике ай. Нуҡай ауыл клубы ойоштороусыһы Йәғәфәрова Гөлнара әсә булыу, бала тәрбиәләү тормошта ниндәй урын биләүе тураһында һөйләһә, фельдшер Рафикова Фаягөл баланы нисек ауырыуҙарҙан һаҡлау серҙәре менән таныштырҙы. Саҡырылған ҡунаҡтарыбыҙҙы ололоп уларға һәүәҫкәр артистарыбыҙ әҙерләгән концерт күрһәттек. Нуҡай ауыл китапхана мөдире Зөһрә Ҡотлогилдинаның бала тураһында шиғырын уҡып ишеттерҙе. Тукәт ауыл клубы ойоштороусыһы Субхангулова Зимфира моңло тауышы менән “Балаҡайым” йырын башҡарҙы. Ә бәләкәстәребеҙҙең үҙҙәренә бүләктәр тапшырҙыҡ.


Сайда Байгубакова, главный библиотекарь Нукаевской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1122 | Добавил: РФ | Теги: 2018-Нукаевская СБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024