17:14
"Бөтә донъя шиғриәт көнө"
Бөтә илдәрҙең шағирҙары һәм шиғыр яратыусылары бөгөн, 21 мартта, Бөтә донъя шиғриәт көнөн билдәләй. Шул уңайҙан Күгәрсен район үҙәк моделле китапханаһында Ҡотлогилдина Рәзилә Фәтих ҡыҙы менән осрашыу үтте. Яҡташыбыҙ Бикес ауылында тыуып үҫкән һәм Мәләүез ҡалаһында төпләнеп, ошо ерҙең бәҫен, ырыҫын арттырыуға күп көс һалған мәҙәниәт хеҙмәткәре ул.

1997 йылдан Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге китапхананың башҡорт әҙәбиәте бүлеген етәкләй, 2005 йылдан китапхананың “Илһам шишмәләре” исемле әҙәби төркөмө етәксеһе булып Мәләүез ҡалаһы һәм районының шиғриәт һөйөүселәрен берләштерә. 2011 йылда Бәләбәй ҡалаһында үткәрелгән “Илһам шишмәләре” шиғри фестивалендә ҡатнашып, ”Шағир һәм заман” номинацияһы лауреаты, ә 2020 йылда З.Биишева исемендәге премияға лайыҡ булды.

Осрашыу бик йылы шарттарҙа барҙы: Рәзилә Фәтих ҡыҙы үҙ шиғырҙарын уҡыны, ижады менән таныштырҙы. Күңелендә шиғыр осҡоно йөрөтөүселәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды, яратҡан шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр. Рәзилә Фәтих ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, үҙебеҙҙең арала эшһөйәр, уңған, талантлы яҡташыбыҙ менән ысын күңелдән ғорурланабыҙ!


Светлана Халикова
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 293 | Добавил: РФ | Теги: Центральная районная библиотека | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024