11:17
"Баҡыр шишмәһе"
Хөрмәтле төркөмдәштәр һәм китап уҡыусылар! Һеҙҙе Кәшфуллин Әсхәр Кәшфулла улының 90 йәшлек юбилейына арналған "Баҡыр шишмәһе" исемле әҙәби сәғәтенә саҡырабыҙ.

Шағирҙың үҙен дә, ижадын да ныҡлап белеү өсөн уның тыуған ауылына, бала сағына, йәшлегенә сәйәхәт итергә, тип әйтәләр. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең әҙәби сәғәтебеҙҙе шағирҙың тормошонан башлайбыҙ.

Кәшфуллин Әсхәр Кәшфулла улы 1930 йылдың 17 авгусында Башҡортостандың Кушнаренко районы Шыршы-Тартыш ауылында тыуған. Атаһы Кәшфулла Нәсибулла улы Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтмай. Ағалы-ҡустылы Кәшфуллиндар эшкә егелә, әсәләренә донъя көтөргә ярҙам итәләр. Әсхәр Кәшфуллин башта тыуған ауылында уҡый, һуңынан — Кушнаренко урта мәктәбендә белем ала. 1948 йылда Өфөлә һөнәрселек училищеһын тамамлай, артабан электр-техник техникумында уҡый. Заводта ябай эшсенән алыпинженерға тиклем хеҙмәт юлын үтә.Бында ул 48 йыл хеҙмәт итә. Тәүге шиғыры «Ленинсы» гәзитендә баҫыла. Бер бөртөк туғаны Афғандың вафаты уның ижадына ныҡ тәьҫир яһай.

1993 йылда Әсхәр Кәшфулла улын «Шәреҡ» радиоһына эшкә саҡыралар. Уның йомшаҡ, яғымлы тауышы радио тыңлаусыларға оҡшап ҡала, ул ҡыҙыҡлы әңгәмәләр ойоштора, тура эфирҙар алып бара. Осрашыуҙарға республиканың билдәле шәхестәрен, артистарын, шағирҙарын, композиторҙарын саҡыра. Шул уҡ ваҡытта ул әүҙем ижади тормош алып бара, уның шиғырҙарына бик күп йырҙар яҙыла, «Печали мои перенеслись в песни», «Летят гуси», «Жизни короткий миг» исемле китаптары донъя күрә. Әҫәрҙәренең тематикаһы: изгелек, намыҫ идеалдары, әхлаҡ нигеҙҙәре. Уның шиғырҙарына йырҙарҙы билдәле композиторҙар яҙа — Рим Хәсәнов, Нур Даутов (Баҡыр шишмә«»), Мөфтәдин Ғиләжев, Фирзәр Мортазин, Илдар Шәрипов («Ышандыр»), бик күп йырҙарҙы Риф Арслан ижад иткән («Тормош шунан ҡоролған», «Кем ғәйепле», «Ҡағылмағыҙ яңылыш» һәм башҡалар). Йырҙарҙы Айҙар Ғәлимов, Радик Динәхмәтов, Резеда Әминева, Салауат Фәтхетдинов, Хәлиҙә Бигичева, Илһам Вәлиев, Туйсин Ильсур, Мәсәлимова Рәүелә һәм башҡалар яратып башҡаралар. Республика кимәлендә һәм шағирҙың тыуған яғы, Кушнаренко районында, Әсхәр Кәшфуллиндың юбилейҙарын ҙурлап үткәрәләр, мәктәптәрҙә, китапханаларҙа уның хөрмәтенә йырлы-моңло осрашыуҙар, кисәләр үткәрәләр.

Юлдыбай ауылы китапханаһы фондында Әсхәр Кәшфуллиндың "Оча казлар", "Бер гомер житми икән", "Жанымнан йыр ургыла" йырҙар йыйынтығы китаптары бар.


Гульгена Хуснуллина, главный библиотекарь Юлдыбаевской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 500 | Добавил: РФ | Теги: Юлдыбаевская СБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024