09:36
"Башҡорт халыҡ балалар уйындары"
Фольклор сәғәте "Башҡорт халыҡ балалар уйындары".

Халыҡ уйындарының быуындан-быуынға тапшырылып, әлегә тиклем һаҡланып ҡалғандарына иғтибар итһәң, улар халыҡтың уҙған тормошон, культураһын, көнкүрешен күҙ алды­на баҫтырырға ярҙам итәлер. Халыҡ уйындарының әһәмиәтенә килгәндә, уларҙың йәш быуынды тәрбиәләүҙә тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ. Уйындар кешене күп яҡлап үҫтерә, уларҙың фекерләүен, хәте­рен, ихтыяр көсөн үҫтерә (арттыра) һәм физик яҡтан нығыта. Уйын барышында һәр кем етеҙҙәрҙән, көслөләрҙән өлгө алыуҙы, үҙе лә беренселеккә ирешеүҙе маҡсат итеп ҡуя һәм төрлө ҡаршы­лыҡтарҙы еңеп сығырға тырыша, уңышҡа ирешһә, үҙенең еңеүе менән ләззәтләнә. Күмәк уйындар дуҫлыҡ, берҙәмлек сифатта­рын тәрбиәләргә булышлыҡ итә.

Элек уйын ва­ҡыттарында туранан-тура һунар, хеҙмәт ҡоралдары ҡулланыл­һа, тора-бара уҡ-йәйә, һөңгө, таш урынына таяҡ, шар, туп һәм башҡа шундай нәмәләр ҡуллана башлағандар. Шул рәүешле хеҙмәт деталдәрен үҙ эсенә алған спорт уйындары тыуған.

Башҡорт халыҡ уйындары ҡатмарлы үҫеш баҫҡыстары үткән. Беҙҙең көндәргә килеп еткән уйындарҙа халыҡтың боронғо ышаныуҙарын, хәрби мөнәсәбәттәрҙе һәм күп төрлө хеҙмәт де­талдәрен күреп була. Мәҫәлән, тәүтормош кешеләренең төрлө ышаныуҙары «Ҡарға бутҡаһы», «Убыр әбей», «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Соҡор туп», «Ашыҡ сағыу», «Үгеҙ уйыны», «Һаҡыташ» кеүек уйындарҙа һаҡланған.


Минзада Байтуганова, главный библиотекарь Сюрюбаевской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 719 | Добавил: РФ | Теги: Сюрюбаевская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024