16:26
Башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышы үтте
Күгәрсен район үҙәк моделле китапханаһында урындағы башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышы үтте. Сарала Бөтә донъя Башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, билдәле йәмәғәт эшмәкәре медицина фәндәре докторы, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, профессор, Рәсәй Федерацияһының 5-се, 6-сы саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева һәм «Башҡортостан» телерадиокампанияһының директор урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева, Күгәрсен районы хакимиәте вәкилдәре, район башҡорттары ҡоролтайы ағзалары ҡатнашты.

Кәңәшмәлә район башҡорт ҡоролтайының 2015-2021 йылдарҙағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, актив эшләүселәр бүләкләнде. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә яңы ойошма рәйесе итеп Күгәрсен районының тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Рөстәм Сәйетбатталов һайланды. Ул ошо төбәктә тыуып үҫкән, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, оҙаҡ йылдар район гәзитендә, район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә эшләгән. Уға уңыштар, илһамлы хеҙмәт юлы теләйбеҙ!


Отдел башкирской и краеведческой литературы
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 536 | Добавил: РФ | Теги: Центральная районная библиотека, Краеведческий отдел | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024