09:48
"Даланың даланлы улы"
Бикбулат ауыл китапханаһында китап һөйөүселәргә Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаевҡа 80 йәш тулыу айҡанлы "Даланың даланлы улы" исемле китап күгәҙмәһе әҙерләнде. Күргәҙмәлә шағирҙын "Йыр йылыһы", "Хәтеремдең тере ҡуҙҙары", "Аҡ тирмә", "Мәслихәт", "Таналыҡ тауышы", "Поэмалар", "Әле һуң түгел", 1-се һәм 2-се том "Һайланма әҫәрҙәре" китап уҡыусыларға тәҡтим ителде.

Юбиляр, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты 1941 йылдың 1 сентябрендә Хәйбулла районы Таңатар ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, колхозда шофер булып эшләй. Хәрби хеҙмәттә лә шоферҙар взводы командиры була. БДУ тамамлағас, Бөрйән, Баймаҡ райондары мәктәптәрендә урта мәктәп директоры урынбаҫары булып эшләй. Башҡортостан Фәндәр академияһында аспирантурала уҡый. Ләкин уны шиғриәт донъяһы нығыраҡ тарта. Ул «Ағиҙел» журналына эшкә күсә. Яҙыусылар союзы идараһында секретарь, «Китап» нәшриәтендә директор, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары була. Шундай яуаплы урындарҙа эшләү менән бергә ул башҡорт шиғриәтенең йөҙөн һәм ҡеүәтен билдәләүсе шағир булып ижад итә.


Гульназира Кинзябаева, главный библиотекарь Бикбулатовской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 454 | Добавил: РФ | Теги: Бикбулатовская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024