10:52
"Дуҫ булайыҡ"
Дуҫһыҙ кеше – утһыҙ кеше,
Дуҫһыҙ йәшәмәй кеше.
Ҡоштоң көсө – ҡанатында,
Дуҫлыҡта кеше көслө.
(С. Әлибаев.)


“Дуҫлыҡ – ҙур төшөнсә. Ысын дуҫлыҡ ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә, йәшәүгә йәм өҫтәй. Ысын дуҫ һәр саҡ ярҙам итә, һинең менән бергә шатлығыңды ла, ҡайғыңды ла уртаҡлаша. Класташың, ата-әсәйең, һиңә ышанған кеше дуҫ була ала. Иң мөһиме – һин үҙең ысын дуҫ, иптәш булыр өсөн тырышырға тейешһең. Дуҫлыҡ ғаиләлә башлана”, - тип башланып китте Зәйнәб Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” повесы буйынса үткәрелгән кисә. Повестың ҡыҫҡаса йөкмәткеһен иҫкә төшөргәс, төп геройҙар, уларҙың дуҫлығы тураһында фекер алыштыҡ. Әҫәрҙе тулыһынса уҡырға кәрәк тигән фекергә килдек.

Элек–электән халыҡ дуҫлыҡ тураһында әйтем-мәҡәлдәр, ҡобайырҙар ижад иткән, шулай уҡ дуҫлыҡ тураһында ҡағиҙәләр ҙә сығарған. Белгән мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрҙөк, дуҫлыҡ ғүмерлек булһын өсөн ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк икәнен белдек.

Дуҫһыҙ йәшәү — йәшәү түгелдер. Дуҫлыҡ юлы өҙөлмәһен өсөн кеше бер-береһенә ышанырға, иғтибарлы булырға, ярҙамлашырға тейеш. Гел бергәләшеп йәшәү кәрәк, сөнки берлектә — көс.


Минзада Байтуганова, главный библиотекарь Сюрюбаевской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 514 | Добавил: РФ | Теги: Сюрюбаевская СБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024