21:04
"Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ!"
Халҡыбыҙҙы мәңгелек ҡиммәттәр берләштерә. Беҙҙе дуҫлыҡ, татыулыҡ, берҙәмлек көслө итә. "Халыҡтар дуҫлығы көнө" уңайынан уҙғарылған тарихи сәғәттә "Халыҡтар дуҫлығы", "Мәҙәниәт төнө" акцияларына ҡушылып, "Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ" китабына байҡау яһалды. Уҡыусылар, дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрҙөләр.

- Нимә ул - дуҫлыҡ? тигән һорауға, үҙ-ара аралашып, бер-береңә ярҙам итеп, дуҫыңдың хаталарын ғәфү итә белеү, тип яуап ҡайтарҙылар. Дуҫлыҡ ҡағиҙәләрен ҡабатланылар. Яҙыусыларҙың шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр йыйынтыҡтарын таратып алдылар. Китаптар менән дуҫлыҡтарын ял осоронда ла дауам итеп, мауыҡтырғыс китап донъяһы менән бергә ҡалып, уҡығандарын дуҫтары менән уртаҡлашырға булдылар.

"Халыҡтар берҙәмлеге көнө" - ҡотло булһын, дуҫтар!


Ляля Саитбаталова, главный библиотекарь Тавакановской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 421 | Добавил: РФ | Теги: Тавакановская СМБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024