14:30
Еңеү көнө бөгөн!
Еңеү көнө бөгөн!
Еңеү көнө!
Илемдәге оло тантана.
Беҙҙең ерҙә бөтә байрамдар ҙа
9 майҙан башлана.

Беҙҙең халыҡ өсөн иң изге көн –
Атайҙарҙан бүләк азатлыҡ.
Тамырҙары уның меңәр йыллыҡ!
Ә шатлығы уның – Ер саҡлы!

Яралғанбыҙ ошо ҡыуаныстан!
Беҙ тыуғанбыҙ имен дәүләттә!
Билдәле һәм һәр билдәһеҙ һалдат,
Беҙҙең рәхмәт һүҙе – йөрәктә!

Был байрамдың тоям Илдәр гиҙеп,
Һәр бер өйгә килеп ингәнен!
Беҙ еңеүсе быуын балалары!
Беҙ еңеүсе быуын ейәне!

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына айҡанлы Волостновка ауыл хакимиәте башлығы Бикбулатов Рөстәм Ғамир улы һәм Халиков Рәмил Миҙәхәт улы Тыл ветерандарына юбилей миҙалдары, ҡотлау открыткалары һәм бүләктәр тапшырҙылар.


Альбина Юскаева, главный библиотекарь Калдаровской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 501 | Добавил: РФ | Теги: Калдаровская СМБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024