11:26
Еңеү хаҡы
Ыңғыраша кеүек үткәндәрҙән,
Ер яраһы, йөрәк ауазы...

Етмеш икенсе тапҡыр Тыуған илебеҙгә көләс ҡояшы, наҙлы һулышы, йылы елдәре менән Бөйөк Еңеү майы килә. Ләкин һуғыш килтергән тәрән хәсрәттәр, күңел яралары һаман да үҙен һиҙҙерә. Иҫән ҡалған ветерандар йәш быуынға илебеҙ тарихы, һуғыш тураһында дөрөҫлөктө еткерергә ынтыла. Ошондай ветерандарыбыҙҙың береһе - ғәрәсәттән иҫән ҡалып, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡан Мораҙым ауылы уҙаманы, II, III дәрәжә Дан, I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры Ғаләм Әхмәтғәзиз улы Ҡотлогилдин.

3 майҙа Мораҡ үҙәк район китапханаһында ветерандың яу юлына бағышлап ижад иткән “Еңеү хаҡы” исемле китабының исем туйы үтте. Был презентация китапхана эшселәре һәм гәзит хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолдо:алдан сценарий яҙылды һәм Бөйөк Еңеүгә бағышланған “Батырлыҡ - мәңгелек. Подвигу жить в веках“ китап күргәҙмәһе эшләнде. Осрашыуҙа район хакимиәте башлығы Янбаев Ғайса Ғилмитдин улы һәм уның урынбаҫарҙары, бүлек етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, туғандары, замандаштары һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.

Һуғыш Ғаләм Ҡотлогилдиндың тормошонда мәңге уңалмаҫлыҡ йѳрәк яраһы булып ҡалһа ла, ихтыяр кѳсѳ, тормоштоң ҡәҙерен белеүе уны яҙмыш һынауҙары алдында юғалып ҡалыуға юл ҡуймай. Бар ауырлыҡтарҙы намыҫы ҡушҡанса лайыҡлы үтә һәм бѳгѳн был тормоштоң иң ҙур бүләге - оҙон ғүмер кисереп, ҡәҙер-хѳрмәттә йәшәүен, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.


Тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡорт әҙәбиәте бүлеге хеҙмәткәре Р.М.Зәйнуллина.
Фото - Гульназ Саитбатталова
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1009 | Добавил: РФ | Теги: 2017Центральная районная библиотека | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024