10:14
Йәгеҙ, әле егеттәр!
Беҙ ауылдың йәш егеттәре.
Типһәк тимер өҙөрлөктәре.
Ҡара ҡашлы, ҡара күҙле
Ярһып типкән ут йөрәкле
Беҙ ауылдың көс ғәйрәттәре.

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған сара мәҙәниәт усағының сәхнәһенә Тәүәкән ауылының иң шәп егеттәрен йыйҙы. Йәгеҙ әле, егеттәр конкурсында Нәфис Ғәлиев, Илдар Искәндәров, Айбулат Мансуров, Алмаз Тятигачев, Азат һәм Айнур Шәһәровтар, Марат һәм Фидан Әлмөхәмәтовтар ҡатнаштылар. Кисәлә күп төрлө һынауҙар аша үтергә тура килде егеттәребеҙгә. Сәхнәлә һис тә юғалып ҡалманылар улар, киреһенсә зал тулы тамашасыларыбыҙға күтәренке байрам кәйефе бүләк иттеләр. Ҡыйыу ҙа, мәргән дә, өлгөр ҙә, хәстәрле лә, отҡор ҙа, сос та, батыр ҙа егеттәребеҙгә патриотик рухлы, илһөйәр, сәмле, тормошта ошондай әүҙем ҡарашлы булыуҙары маҡтауға лайыҡ.

Конкурстар музыкаль сығыштар менән үрелеп барҙы. Фирҙәр Әбдрәхимов, Рузилә һәм Азалия Шәһәровалар, Зөһрә Хәйсәрова, Марат һәм Фидан Әлмөхәмәтовтарҙың йырҙары, ҡыҙҙарҙың дәртле бейеүҙәре көслө алҡыштарға күмелде. Кескәй малайҙар башҡарыуындағы күнекмәләр ағайҙарына лайыҡлы алмаш үҫеп килеүен дәлилләй.

Юғары нотала уҙған кисәне, ойоштороп алып барыусы мәҙәниәт йорто директоры Гөлдәр Әбдрәхимоваға, жюри рәйесе Сәриә Ғәлиеваға, ярҙамсылары Илмира Буранбаеваға, Фәриҙә Дәүләтбаеваларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.

Тыуған илебеҙҙең именлеге, тыныслығы һағында тороусылар, Ватанды һаҡлаусылар менән хаҡлы ғорурланабыҙ.


Ляля Саитбаталова, заведующая Тавакановской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1364 | Добавил: РФ | Теги: 2017-Тавакановская СМБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024