11:35
"Йәгеҙ-әле, ҡыҙҙар!"
Ялсы ауыл мәҙәниәт йортонда, китапхана менән берлектә, 8 март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышланған, "Йәгеҙ-әле, ҡыҙҙар!" тип исемләнгән бәйге ойошторолдо. Бәйгелә өс команда ҡатнашты, ”Утар ҡыҙҙары”, “Ҡәйнәләр WWW.RU“, ”Супер бал ҡорттары”.

Көсөргәнешле ярыш ваҡытында командалар төрлө яҡлап үҙҙәренең оҫталыҡтарын асып бирҙеләр. Йоланы тотоп, командалар сығыштарын девиз, йырҙан торған үҙенсәлекле сәләмләүҙән башланы. Гүзәл заттар конкурс ваҡытында ярыша-ярыша, таҡмаҡтар әйтештеләр, дефиле, концерт номерҙары менән сығыш яһанылар, үҙҙәрен төрлө яҡтан күрһәттеләр. Конкурстар береһенән-береһе ҡыҙыҡлы ине. Интермедиялар күрһәтеп, Мәскәү артистары булып бейеп-йырлап, тамашасының күңелен күтәрҙеләр. Кисәлә ҡатнашыусы һәр кемгә Ялсы ауыл хакимиәте башлығы исеменән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Ауылда ҡатын-ҡыҙҙың эше йылдың һәр миҙгелендә лә күп. Ошо бөтмәҫ мәшәҡәттәрҙән арынып, ауылдаштарына байрам кәйефе бүләк иткән гүзәл заттар оло маҡтауға лайыҡ. Уларға алдағы тормоштарында ҙур уңыштар, бәхет, ҡоростай һаулыҡ, именлек, тыныс тормош, ғәилә бәхете теләйбеҙ!


Нурзиля Исмагилова, главный библиотекарь Ялчинской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1265 | Добавил: РФ | Теги: 2018-Ялчинская СМБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024