15:28
"Йәйләү" ҙәге йәйге ял
Балаларҙың йәйге ялын башҡорт милли рухында берләштергән "Йәйләү" ҙә уҙғарған һәр көн бәхеткә тиң. Лагерҙы ябыу тантаныһынан бер көн алда иҫтә ҡалырлыҡ ҙур байрам сараһы ойошторолдо. Яҙыусы, педагог Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваның "Йәйләү" ҙең ырыуҙарға берләшкән балаларҙы сәләмләүе йәш быуынға ҡанат ҡуйҙы, үҙ милләте өсөн ғорурлыҡ хисен арттырҙы, байрамдың бәҫен күтәреп, йәм өҫтәне.


Һәр ырыу үҙе менән таныштырып үтте. Йәйләүҙең байрағы күтәрелде, гимны яңғыраны. Төрлө башҡорт милли уйындарынан һуң, байрам концерты тәҡдим ителде ҡунаҡтарға. Берҙәмлек, милли рух, ватансылыҡ, дуҫлыҡ ептәрен нығытыуға булышлыҡ итә бындай күркәм саралар.

Ляля Саитбаталова, заведующая Тавакановской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1564 | Добавил: РФ | Теги: 2016-Тавакановская СМБ | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024