17:50
«Йөрәгеңде халҡың өсөн яҡ та, йыр ҡояшы булып йәшә һин»
Ил инәһе, бөйөк әсә лә ул...
Йәшәү бәхете — күңел сафлыҡта.
Йәшәү бәхете — дуҫлыҡ, хаҡлыҡта.
Йәшәү бәхете — илең, халҡың өсөн
Хеҙмәт аша тыуған шатлыҡта
Зәйнәб Биишева

Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Үҙенең шиғри йыйынтығын сығарған тәүге башҡорт ҡатын-ҡыҙы. Замандаштары уны әүҙем тормош позицияһы булған кеше, ысын илһөйәр, дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек өсөн көрәшсе итеп хәтерендә ҡалдырған.

Зәйнәб Биишева – илебеҙҙең арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарының береһе. Йөрәктәрҙе тетрәндерерлек әҫәрҙәр ижад итеүсе, киләсәкте хәстәрләүсе халыҡ яҙыусыһы ул.

15 ғинуарҙа Мәҡсүт ауылы китапханаһында башҡорт халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуған көнөнә «Йөрәгеңде халҡың өсөн яҡ та, йыр ҡояшы булып йәшә һин» исемле әҙәби күргәҙмә ойошторолдо.


Айгуль Кильмухаметова, главный библиотекарь Максютовской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 86 | Добавил: РФ | Теги: Максютовская СМБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
avatar