11:00
"Йәшәү бэхете - күңел сафлыҡта"
Йәшәү бәхете - куңел сафлыҡта.
Йәшәү бәхете - дуҫлыҡ, хаҡлыҡта.
Йәшәү бәхете - илең, халҡың өсөн
Хеҙмәт аша тыуған шатлыҡта.
З.Биишева

15 ғинуар Нуҡай ауыл китапханаһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуған көнөнә арнап уҡыусылар менән осрашыу үтте. Яҙыусының төрлө китаптарынан күргәҙмә ҡуйылды. Әҙәбиәт уҡытыусыһы әҙибәнең биографияһы һәм үткән тормош юлы менән таныштырып үтте. Библиотекарь башланғыс класс уҡыусыларына “Ел, ел, арбам“ әкиәт китабын уҡып ишеттерҙе. Яҙыусының “Дуҫ булайыҡ”, ”Һөнәрсе менән өйрәнсек“, ”Мөхәббәт һәм нәфрәт”, ”Оло Эйек буйында”, ”Кәмһетелгәндәр”, “Емеш“ китаптары тураһында өлкән класс уҡыусылары үҙ-ара фекер алыштылар. Бөйөк яҙыусыбыҙҙың яҙған романдары, хикәйәләре, повестәре, тыуған еребеҙҙе һөйөүе беҙҙең өсөн үрнәк булып тора.


Сайда Байгубакова, главный библиотекарь Нукаевской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1059 | Добавил: РФ | Теги: 2018-Нукаевская СБ | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024