19:31
«Йәшендәй сағыу ғүмер»
…Беҙҙең быуын бөгөн маҡтау йырлай
Шәһит батырлығы турында.
Һәм Шәһиттен күркәм ғүмеренә
Һоҡланырҙар килер быуындар,
Исеме уның һүнмәҫ өмөт кеүек,
Гел яҡтырып йәшәр күңелдә.
( Р.Ниғмәти.)

9 октябрь халҡыбыҙҙың данлы улы, яҡташыбыҙ, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, публицист Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙиндын тыуыуына 125 йыл тула. Шәһит Хоҙайбирҙин бик ҡатмарлы, әммә тарихи яҡтан бик әһәмиәтле осорҙа ғүмер итә. Йәш кенә дәүләт эшмәкәре республикабыҙ дәүләтселегенә нигеҙ һалыусыларҙын береһе була,тыуған республикабыҙ сәскә атһын өсөн бар көсөн һала. Ул ни бары 28 йыл ғына йәшәп өлгөрә. Ошо ҡыҫҡа вакыт эсендә үҙенен исемен тарих биттәрена яҙырлыҡ эштарен башҡарып китә.

Китапханала бәләкәй уҡыусылар өсөн үткән тарих сәғәтендә, Шәһит Хоҙайбирҙиндың биографияһы, башҡарған эштәре тураһында таныштылар. Шулай уҡ уның исемен йөрөткән Хоҙайбирҙин ауылындағы музей, Өфө ҡалаһындағы Үзәк балалар китапханаһы һәм балалар йорто, республика ҡалаларындағы урамдарға унын исеме бирелеуе, журналистар премияһы булдырылыуы тураҺында белделар. Махсус әзерләнгән китап күргәзмәһенән ул яҙған, унын тураһында яҙылган китаптар менән таныштылар.

Биографияһын өйранеп , Шәһит Хоҙайбирҙиндың бар яҡлап та һәләтле кеше иканен күрҙеләр.


Айгуль Юдаева, главный библиотекарь Ялчинской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 314 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024