11:57
Яҙҙың беренсе көнө
Яҙҙың беренсе көнөндә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты 1 мартты Башҡорт ғаиләһе көнө тип билдәләргә тәҡдим итте. Быны ғаиләгә ҡарата ҙур әһәмиәт биреү, уның хәле тураһында ҡайғыртыу тип аңларға кәрәк. Уның үткәрелеүе ғаиләгә ҡарата социаль-экономик һәм демографик барышына тыуған һорауҙарға мәғлүмәт алыуҙға форсат бирә.

Башҡорт ғаиләһе көнө тип иғлан ителеүе төрлө пропаганда сараларҙы уҙғарыуға стимул булып тора. Күп илдәрҙә ошондай көндәрҙе үткәреү ғаиләләргә төрлө өлкәлә лә ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бирә.

Күгәрсен ауыл китапханаһы ауыл мәҙәниәт усағы менән берлектә кисә үткәрҙе. Кисәлә ғаилә тураһында шиғырҙар уҡылды, мәҡәлдәрҙе дауам иттеләр, йомаҡтар систеләр һәм халыҡ уйындары уйналды. Күңелле кисә бүләкләү һәм сәй эсеү сараһы менән тамамланды.


Зульфира Курбанаева, заведующая Кугарчинской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1121 | Добавил: РФ | Теги: 2017-Кугарчинская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024