12:23
"Яҙыусыны иҫкә алыу"
21 декабрь Нуҡай ауыл китапханаһында Ғабдулла Амантаевтың тыуыуына 110 йыл тыуыу айҡанлы әҙәби осрашыу үткәрҙек. Яҙыусының төрлө китаптарынан күргәҙмә төҙөнөк. Ильмухаметова Эльза уның балалар өсөн яҙған әҫәрҙәре менән таныштырҙы. «Бәләкәй дуҫтарға», «Һыу буйында», «Сынаяҡ» кеүек китаптары мәктәп йәшендәге уҡыусылар араһында киң таралған әҫәрҙәр. Ауыл китапханасыһы Габдулла Амантаевтың биографиһы һәм ижады тураһында һөйләп үтте. Ҡыҫҡа ғына ижад ғүмерендә Ғабдулла Амантаев поэзия, балалар әҙәбиәте, фольклористика өлкәһендә файҙалы мираҫ ҡалдырған. Әлеге көндә лә уның шиғырҙарын яратып уҡыйҙар.


Сайда Байгубакова, главный библиотекарь Нукаевской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1104 | Добавил: РФ | Теги: 2017-Нукаевская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024