11:32
Ямғыр тамсыһылай саф ижад
Шағир һәм тәржемәсе Әсхәл Әхмәт-Хужаны ололар өсөн дә, кескәйҙәр өсөн дә берҙәй уңышлы ижад иткән яҙыусы булараҡ беләбеҙ. Юбилейы айҡанлы балаларҙың тәбиғәткә ҡағылышлы һүҙ байлығын, телмәрен үҫтереү маҡсатында Мораҡ район китапханаһында “Ямғыр тамсыһылай саф ижад“ тип аталған әҙәби дәрес үткәрелде.

Шағирҙың биографияһына байҡау яһап, миҙгелдәрҙе һүрәтләгән лирик шиғырҙар менән танышҡас, уға бәйле һынамыштарҙы иҫкә төшөрҙөк, викторина һорауҙарына яуап эҙләнек. Авторҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар тыңланыҡ.


Тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡорт әҙәбиәте бүлеге хеҙмәткәрҙәре
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 904 | Добавил: РФ | Теги: 2017Центральная районная библиотека | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024