16:39
«Йондоҙҙар ҡабыҙыусы»
Мин был ерҙе матурларға тыуҙым,
Таҙартырға тыуҙым
Йыйын хәшәрәттән, шаҡшынан,
Һәм төҙөргә уны мәңгелеккә
Тик гүзәлдән, ныҡтан, яҡшынан!

Бикбулат социаль-мәҙәни үҙәкгендә Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург, журналист Әнғәм Атнабаев ижадына һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған «Йондоҙҙар ҡабыҙыусы» исемле әҙәби-музыкаль кисә үткәрелде.

Сарала төрлө быуын вәкилдәре ҡатнашты. Зал Әнғәм Атнабаев ижадын үҙ иткән, яратҡан тамашасылар менән тулған ине. Кисә яҙыусының “Тыуған ерем” исемле йыры менән башланып китте. Артабан уның шиғырҙарына яҙылған береһенән-береһе моңло, сағыу йырҙар яңғыраны. Педагогик хеҙмәт ветераны Кинйәбаева Ләйлә Кинйәбай ҡыҙы “Дуҫтарыңды онотма”, Мораҡ Башҡорт гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, педагог-психолог Ишбаева Гәүһәр “Яңғыҙ миләш”, Бикбулат ауыл мәктәбе директоры Баймырҙина Рәмилә “Һағынғанда”, Ишаева Көнһылыу “Хаттар” йырҙарын башҡарҙылар. Мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Таһир Ишимов гармунда уйнап, моңло итеп йырлауы кисәгә тағы ла йәм өҫтәне.

5,6-сы синыф уҡыусылары “Ҡара икмәк”, Мораҡ Башҡорт гимназияһының инглиз теле уҡытыусыһы Мырҙабаева Ләйсән “Зәңгәр күккә ҡарап”, Рәмилә Баймырҙина “Назар Нәжмигә”, ОГУ Кумертау филиалы студенты Кинйәбаева Айһылу “Матурларға тыуҙым”, рус теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы Ҡалҡаманова Земфира “Беҙ малайҙар инек” шиғырҙарын тасури уҡып ишеттерҙеләр.

Әнғәм Атнабаевтың туплаған тормош тәжрибәһе шиғыр ҡалыбына ғына һыйып бөтмәй. Беҙ уны талантлы драматург итеп тә беләбеҙ. «Ул ҡайтты», «Әсә хөкөмө», «Йәйҙең һуңғы көнөндә», “Шоңҡар”, “Законлы никах менән”, “Балаҡайҙарым”, “Ҡаҙ ҡанаты”, “Игеҙәктәр” исемле пьесалары китап уҡыусыларға билдәле. Кисәлә тамашасыларға “Законлы никах менән” пьесаһынан өҙөк сәхнәләштерелде. “Гүзәл” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Габбасова Гөлсәсәк (Зәбирә), Малышева Зәбилә (Ғалиулла), Ишаева Көнһылыу (Рәмзиә Булатовна), Ғәлиә Фаттахова (Йәш Рәмзиә) рольдәрен башҡарҙылар.

Кисәлә тамшасыларға башланғыс синыф уҡыусылары “Башҡортостан-тыуған ерем” шиғырына яҙылған йырҙы тәҡтим итһә (етәксеһе Кинйәбаева Рәсилә), ә мәҙәниәт йортоноң “Сөмбөлә” төркөмө “Еҙ ҡыңғырау моңдары” йырын башҡарҙылар.

Кисәне ауыл китапхана мөдире Кинйәбаева Гөлнәзирә һәм социаль-мәҙәни үҙәк директоры Солтанморатова Гөлсәсәк алып барҙылар. Шулай уҡ тамаша залында яҙыусыға бағышланған “Был ерҙе матурларға тыуҙым” тип аталған китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Кисә Ватанды һаҡлаусыларға бағышланған концерт номерҙары менән тамамланды.


В Бикбулатовском социально – культурном центре был проведен литературно – музыкальный вечер «Йондоҙҙар ҡабыҙыусы», посвященный творчеству башкирского народного поэта, журналиста, драматурга, лауреата Республиканской премии имени Галима Саляма, заслуженного деятеля искусств РСФСР и БАССР Ангама Касимовича Атнабаева и Дню Защитника Отечества.

Вечер начался с озвучивания песни на стихи поэта «Тыуған ерем». На мероприятии прозвучали песни на слова поэта. С сольными номерами выступили художественный руководитель СКЦ Ишимов Тагир «Әсәй, һинең ҡулдарың», отличник образования РФ, ветеран педагогического труда Кинзябаева Лейля Кинзябаевна «Дуҫтарыңды онотма», учитель русского языка и литературы, педагог-психолог МБУ Мраковской гимназии Ишбаева Гаухар «Яңғыҙ миләш», директор Бикбулатовской ООШ Баймурзина Рамиля «Һағынғанда» и Ишаева Кунсулу «Хаттар».

Выразительно, с чувством читали стихи Ангама Атнабаева учащиеся 5-6-х классов Бикбулатовской школы «Ҡара икмәк», учитель английского языка Мраковской гимназии МурзабаеваЛяйсан «Зәңгәр күккә ҡарап», Рамиля Баймурзина «Назар Нажмигә», студент Кумертауского филиала ОГУ Кинзябаева Айсылу «Матурларға тыуҙым», учитель Бикбулатовской школы Калкаманова Зинфира«Беҙ малайҙар инек».

Ангам Атнабаев был не только поэтом, но и талантливым драматургом. Его пьесы были поставлены во многих театрах Республики «Ул ҡайтты», «Әсә хөкөмө», «Йәйҙең һуңғы көнөндә», “Шоңҡар”, “Законлыниках менән”, “Балаҡайҙарым”, “Ҡаҙ ҡанаты”, “Игеҙәктәр” и многие другие. Для зрителей был представлен отрывок из пьесы драматурга комедия «Законлы никах менән». Роли исполняли воспитатель детского сада «Гузель» Габбасова Гульсесек (Забира), Малышева Забиля(Галиулла), Кунсулу Ишаева (Рамзия Булатовна), Галия Фаттахова (Йәш Рамзия).

Детский коллектив выступил с песней «Башҡортостан-тыуған ерем», на стихи поэта, руководитель коллектива Кинзябаева Расиля Азатовна, также фольклорный ансамбль “Сумбуль” социально-культурного центра исполнил песню “Еҙ ҡыңғырау моңдары”.

Вели литературно-музыкальный вечер библиотекарь Бикбулатовской библиотеки Кинзябаева Гульназира и директор социально-культурного центра Султанмуратова Гульсасак.

В зале зрители ознакомились с книжной выставкой “Был ерҙе мин матурларға тыуҙым”, посвященный 90 –летию со дня рождения башкирского поэта Ангама Атнабаева.

Во второй части вечера подарили Защитникам Отечества Габбасова Азалия и Баймурзина Алсу свой задорный, веселый танец “Морячка”, а также аплодисментами встречали танец Басыровой Розалины “Башкирочка”.

Гульназира Кинзябаева, главный библиотекарь Бикбулатовской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1088 | Добавил: РФ | Теги: 2018-Бикбулатовская СБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024