09:57
"Хәтер сәғәте"
Хөрмәтле төркөмдәштәр, китап уҡыусылар һәм ауылдаштар! Юлдыбай ауыл китапханаһы һеҙҙе хәтер сәғәтенә саҡыра.

Быйыл 1941-1945 йылдарҙа Совет халҡының Бѳйѳк Ватан һуғышында фашистик Германияны еңеүенә 75 йыл тулды. Тарих –ул халыҡ яҙмыштары төйөнө, заманалар һағышы. Яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡ, аң менән томанлыҡ, яҡшы менән яман көрәше.

Бөйөк ватан һуғышы - оло тарихи ваҡиға. Тарихлы халыҡ- бәхетле халыҡ. Ул тарихи үткәнен һаҡлаусы, ирек, бәхет өсөн көрәшеүсе улдарын ололауы, онотмауы менән бәхетле.

Тарихтың һәр бите ҡәҙерле. Был элекке хаталарҙы ҡабатламаҫ, хәрби аңлашалмаусанлыҡҡа юл ҡуймаҫ өсөн кәрәк.

Ҡәҙерле Бѳйѳк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм уларҙы иҫкә алып баш эйәбеҙ...


Гульгена Хуснуллина, главный библиотекарь Юлдыбаевской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 450 | Добавил: РФ | Теги: Юлдыбаевская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024