10:31
"Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө"
Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө БМО-ның Генераль Ассамблеяһы Ҡарары нигеҙендә 1990 йылдан билдәләнә. Уның төп маҡсаты-өлкән йәштәге кешеләрҙең проблемаларына йәмәгәтселектең иғтибарын йүнәлтеү, социаль ихтияждарын ҡәнәғәтләндереү. Был көндө хеҙмәт коллективтарында оло быуын вәкилдәрен хөрмәтләү кисәләре үткәрелә, ололар өсөн төрлө байрам саралары уҙғарыла.

***
Йәшлегемдә йәшен йәшнәтмәһәм,
Ҡартлығымда ҡаным ҡайнамаҫ.
Ирек Кинйәбулатов

Йәшлек - ул хыял донъяһы,
Ҡартлыҡ - ул хәтирәләр донъяһы.
Ғайса Хөсәйенов

Йәшлек: “Ваҡыт үтһен, осһон ине,
их, тиҙерәк!”
Ҡартлыҡ: “Туҡта , ваҡыт, һәр бер
мәлең ҡәҙерлерәк..”
Риф Мифтахов

Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 405 | Добавил: РФ | Теги: Юмагузинская СМБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024