10:55 "Халыҡ күңелендә ҡалған моң" | |
![]() Аҡмулла шиғриәте - үҙе бер донъя. Бай һәм ҡатмарлы, ҡабатланмаҫ донъя. Унда заманаһының моң-һағышы ла, аһ-ҙар аша яңгырар ҡыуаныс ауаздары ла, уй-хыялдары һәм ынтылыштары ла ифрат асыҡ сағылды. Халыҡ яҙмышын, халыҡ киләсәген хәл итер көсөргәнешле ваҡиғалар эсендә ҡайнап йәшәгән шағир заманының ижтимағи үҫешен билдәләрлек мөһим проблемаларҙы күтәрҙе, уларҙы халыҡ мәнфәғәтенә ярашлы хәл итергә ынтылды. Аҡмулла үҙ дәүеренең ысын мәғәнәһендә новатор шағиры булды. Бөйөк таланттарға хас булғанса, Аҡмулла үҙ халҡының ғына милли даирәһе менән сикләнеп ҡала алманы. Ул күтәргән проблемалар, ул үткәргән идеялар төрки телле бик күп ҡәрҙәш халыҡтар өсөн дә уртаҡ ине. Тәбиғиҙер, Аҡмулла моңо, Аҡмулла зары улар күңеленә лә хуш килде. Шуға ла уның М.Ғафури, Ш.Бабич кеүек күренекле башҡорт әҙиптәренә генә түгел, татарҙын бөйөк шағиры Ғабдулла Туҡайға ла йоғонто яһауы билдәле. Автор: З.Абдурашидова. | |
|
Всего комментариев: 0 | |
|
|