10:11
«Ғүмер көҙө»
Нуҡай ауыл мәҙәниәт үҙәгендә Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған сара үтте. Сараға оло быуын кешеләре саҡырылды. Уларҙы байрам менән ҡотлап ауыл хакиәмәте башлығы Байғүбәков Риф Зариф улы сығыш яһаны. Ул оло кешеләребеҙгә район хакиәмәте башлығы Янбаев Ғайса Ғилмитдин улының ҡотлау хатын да уҡып ишеттерҙе. Ғүмер көҙҙәрендә ҡартлыҡҡа бирешмәй, балаларына кәңәшсе һәм таяныс булған, йөҙҙәренән йылмайыу китмәгән ололарыбыҙға Салаватова Гөлзар, Даутова Рәбиғә, Йәғәфәрова Наилә матур йырҙар бүләк иттеләр. Авданбаева Сәмәрә апай боронғо башҡорт йырын йырлаһа, Ахмеров Дамир ағай оҫта итеп гармунда уйнап алды. Сара матур өҫтәл табынында дауам итте.


Сайда Байгубакова, главный библиотекарь Нукаевской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 576 | Добавил: РФ | Теги: Нукаевская СБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024