15:11
"Моң йөрәктә ярала"
Шағир юлы – тойғо, хистәр аша
Мәшәҡәтле, оҙон, ауыр юл.
Үҙ тауышын үҙе тапҡан шағир –
Яңы йондоҙ тапҡан ғалим ул!
(Мәҡсүд Сөндөклө)

Быйыл Башҡортостанда республиканың халыҡ шағиры, РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Назар Нәжмиҙең тыуыуына - 100 йыл. Шағир үҙе әйткәнсә, кеше ғүмере – “Бер күҙ асып–йомған ара ғына”. Ул ошо ғүмер эсендә шиғриәтебеҙҙе ун биштән артыҡ поэмалары менән байытты. Ҡырҡҡа яҡын шиғри йыйынтыҡ сығарып өлгөрҙө, бынамын тигән драмалар ижад итте, башҡорт йыр сәнғәтенә лә үҙ өлөшөн индерҙе.

Тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡорт әҙәбиәте бүлегендә уның тормошона һәм ижадына бағышланған белешмә сәғәтендә шағирлыҡтың асылы нимәлә? Ниндәй темаларға шиғырҙарын ижад итә? Үҙ шиғырҙарында ниндәй мәсьәләләр күтәрә? Тигән һорауға бергәләшеп яуап эҙләнек. Назар Нәжми шиғриәтенең илаһи көсө лә, тылсымлы сере лә үҙе әйтмешләй:
Шиғыр юлы — ҡоро аҡыл түгел,
Шиғыр юлы — йөрәк арҡылы.



Мораҡ үҙәк китапханаһы тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡорт әҙәбиәте бүлеге хеҙмәткәрҙәре.
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 898 | Добавил: РФ | Теги: 2018Центральная районная библиотека | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024