11:51
Ҡояш көнө!
Ҡояш нурҙарын һибә,
Ниндәй күңелле миңә!
Алһыу нурҙар түгелә,
Уйнағым, көлгөм килә.
Гөлфиә Юнысова.

Тәүәкән ауыл моделле китапханаһында "Ҡояш көнө" байрамына арнап уҙған сара Гөлфиә Юносованың "Ҡояш нуры" шиғырын уҡыуҙан башланды. Был байрам 3 майҙа билдәләнә. Балалар "Ҡояш көнө" байрамының тарихы менән, шулай уҡ Рәшит Солтангәрәевтың "Ҡояш ҡайтты", Миңлегөл Хисамованың "Ҡайҙа ҡастың ҡояшым?", Гүзәл Ситдиҡованың "Үҙ ҡояшым, үҙ айым" китаптары менән яҡынданыраҡ таныштылар. "Нимә ул ҡояш?" викторинаһында ҡатнашып, ҡояш тураһында булған белемдәрен арттырҙылар. Викторинаның еңеүсеһе тип, Айгүзәл Әбдрәхимова билдәләнде. Китапхананың дуҫтары ҡояш темаһын дауам итеп тәҡдим ителгән"Ҡояшҡайҙар һәм нурҙар", йылы ҡояш нурҙары аҫтында башҡа төрлө уйындар уйнап таралыштылар.


Ляля Саитбаталова, заведующая Тавакановской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1285 | Добавил: РФ | Теги: 2017-Тавакановская СМБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024