11:35
"Оло Эйек ҡыҙы”
“Милләтте тел һаҡлай, йола берләштерә, тарих киләсәккә этәргес бирә”.
М.Бураҡаева.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тырыш хеҙмәт менән үткән һоҡланғыс батыр тормошон, һутлы ижадын сағылдырған бихисап мәҡәләләр, ижади портреттар, иҫтәлектәр китап булып баҫылып донъя күрҙе. Һәм бына тағы ла бер шәхсән хәтирәләрҙән йыйналған матур китап беҙҙе ҡыуандырҙы. Ул - билдәле шәхес, яҙыусы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваның "Оло Эйек ҡыҙы. Яҙыусы Зәйнәб Биишева тураһында хәтирәләрем" исемле китабы.

Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан ойошторолған китаптың исем туйы район китапханаһында үтте. Фәһемле был сарала район хакимиәте башлығы Янбаев Ғайса Ғилметдин улы, социаль мәсьәләләр буйынса уның урынбаҫары Фәйрүшина Эльвера Мөнир ҡыҙы, ”Киске Өфө”баҫмаһының баш мөхәррире Янбаева Гөлфиә Мөхәмәтгәрәй ҡыҙы, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзиә Рауил ҡыҙы Хөснуллина һәм төрлө ойошма етәкселәре, китапхана, ауыл клубы мөдирҙәре, урындағы киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Йылы осрашыуҙы бөйөк әҙибәбеҙ Зәйнәб Биишеваның 110 йыллыҡ юбилейына арналған “Ижады – йөрәк асҡысы” һәм милләтебеҙ балҡышы, яҙыусы Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваның ижадына бағышланған “Рух инеше - тыуған ерендә” исемле китап күргәҙмәләре биҙәне.


Район китапханаһының тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡорт әҙәбиәте бүлеге,
Рәмзиә Зәйнуллина
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1050 | Добавил: РФ | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024