11:34
"Рухиәт көмбәҙендә яҡты йондоҙҙар"
Ҡатын-ҡыҙҙар барҙа ил ишәйер,
Бәрәкәттә йәшәр тыуған ер.
Әсә булған ерҙә тел йәшәрер,
Тик ырыҫтан торор тыуған ер.
Рамаҙан Ҡолмөхәмәтов.

Арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарырыбыҙҙың исеме Башҡортостандың тарихын биҙәй. Исемдәре ил тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған мәшһүр ҡатындар - ғүмере буйы халҡына ижады менән хеҙмәт иткән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева, совет Шәреғе ҡатын-ҡыҙҙарының беренсе романисы Һәҙиә Дәүләтшина, бөгөнгө Башҡортостандың данын арттырған йәш быуын вәкилдәре - Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева, Гөлфиә Юнысова... Арҙаҡлы шәхестәребеҙ бөгөнгө йәш быуын өсөн өлгө икәнлеген ”Рухиәт көмбәҙендә яҡты йондоҙҙар” исемле күргәҙмә-әңгәмәлә иҫбатланыҡ.


Светлана Халикова
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 829 | Добавил: РФ | Теги: 2018Центральная районная библиотека | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024