11:19
«Әсәйҙәрҙе тик тиңләргә мөмкин, йәшәү сығанағы - Ҡояшҡа»
Әсәйҙәр көнө айҡанлы, китапханабыҙҙың туған яҡ һәм башҡорт әҙәбиәте бүлегендә «Әсәйҙәрҙе тик тиңләргә мөмкин, йәшәү сығанағы - Ҡояшҡа» тигән, йыр-моңға, күңелле конкурстарға бай кисә уҙҙы. Ҡатнашыусыларыбыҙ ике командаға бүленеп, отҡорлоҡта, зирәклектә, аш-һыу оҫталығы, мода өлкәһендә «көс һынаштылар». “Ҡояшҡайҙар” ҙа “ Ромашкалар” ҙа һыр бирмәне. Әсәйҙәр тураһындағы йырҙар конкурсында ғына «Ҡояшҡайҙар» алдынғылыҡҡа сыҡты. Шулай ҙа, байрам хөрмәтенә, еңелеүселәр булмаһын тип, дуҫлыҡ еңеп ҡуйҙы.


Айгөл Абдуллина, Светлана Халикова
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 784 | Добавил: РФ | Теги: 2018Центральная районная библиотека | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024