11:23
"Өс йыры бар ерҙә кешеләрҙең"
Ошо көндәрҙә, билдәле шағирҙарыбыҙҙың береһе Шамил Анаҡ үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ул бик иртә арабыҙҙан китеп барған. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ шағирҙың ижад емештәрен яратып уҡыйбыҙ, уның ижады менән һоҡланабыҙ. Айырыуса Шамил Анаҡтың балалар өсөн ижад ителгән шиғырҙары ҙур иғтибарға лайыҡ.

Шағирҙың тыуған көнө айҡанлы үҙәк район китапханаһының туған яҡ һәм башҡорт әҙәбиәте бүлегендә үткән "Өс йыры бар ерҙә кешеләрҙең" исемле ижади кисәлә, ҡарты ла, йәше лә ихлас ҡатнашты. Ш.Анаҡтың үҙенсәлекле шиғырҙары һәр кемдең күңеленә ятырлыҡ шул.


Айгуль Абдуллина, Светлана Халикова.
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 705 | Добавил: РФ | Теги: 2018Центральная районная библиотека | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024