00:02
"Әсәләр нур сәсәләр"
Һеҙ тормоштоң гүзәл сәсәкәләре
Был донъяның таймаҫ терәге
Ал таңдары, аяҙ күге ерҙең
Бөтә кешелектең йөрәге.
Ошо яҡты байрам көндө
Гел йылмайһын һеҙҙең йөҙөгөҙ
Шатлыҡ, бәхет һәм гел йәшәгеҙ,
Яҙ ҡояшы кеүек көлөгөҙ.

Бикбулат ауыл китапханаһында 8-се март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған "Әсәләр нур сәсәләр" исемле сара үтте. Китапханасы гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотланы, ҡыҙҡаса тарих биттәре менән таныштырып үтте. Артабан кисә һорауҙарға яуаптар, йомаҡтар сисеү, "Мәҡәлде әйтеп бөтөр", "Аҡ сәскә" исемле уйындар менән дауам итте. Шулай уҡ сараға "Гүзәл заттар - тормош биҙәге" исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Байрам кисәһе сәй табыны артында күңелле әңғәмә менән тамамланды.


Гульназира Кинзябаева, главный библиотекарь Бикбулатовской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 254 | Добавил: РФ | Теги: Бикбулатовская СБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024