10:25
Шәл байрамы – 2016
Республикабыҙҙың төрлө райондары оҫталарын бергә йыйған IX-сы "Башҡорт шәле" республика фестивале быйыл да шәлселәр төбәге булған Ейәнсурала үтте. Шуныһы ҡыуаныслы: быйыл был сара иң күркәм байрамға – Әсәйҙәр көнөнә бағышланған ине. Район мәҙәниәт йортонда, Стәрлебаш, Федоровка, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Йылайыр, Баймаҡ, хатта Хәйбулла райондары һәм, әлбиттә, Ейәнсураның һәр ауыл биләмәһенән бихисап шәл оҫтаһы ҡатнашты. Байрамға килеүселәр үҙҙәрен шәл баҙарына эләккәндәй хис итте. Мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡатында барған күргәҙмәләр бәйгеһендә һәр команда үҙенең күргәҙмәһен үҙенсәлекле итеп, шәлдәрҙең дә иң-индәрен күрһәтерлек итеп биҙәргә тырышҡан. Шәлдәрҙең ниндәйе генә юҡ: дебетенең төҫө, сифаты, бәйләнеү рәүеше буйынса төрлөләре лә, селтәрләп бәйләнгәне лә етәрлек ине. Бейәләй, бирсәткә, кәзәкәй кеүек башҡа ҡул эштәре лә күп булды.

Фестивалдең икенсе өлөшөндә оҫтабикәләргә нәҡ шундай — шәлдәрҙе маҡтау, рекламалау бурысы ҡуйылды. Артабан ваҡиғалар сәхнәлә барҙы. Бәйгеселәр бында ла үҙҙәренең тапҡырлығы, йыр-моңға маһирлығы менән һоҡландырҙы. Кис ултырыу, шәл өмәләрендә ауылдағы халыҡтың берҙәмлеге, татыулығы, ҡайғыһы шатлығы ғына түгел, эше лә уртаҡ булыуы күрһәтелде, шәлселәрҙең көнүҙәк мәсьәләләре таҡмаҡтарҙа сағылды.

Байрамда районыбыҙҙы яҡлап Мәҡсүт ауылының оҫта “Ағинәйҙәре” Бикҡолова Хәлиҙә, Ваһапова Зөлфирә, Вәлитова Рәмзиә апайҙарыбыҙ һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Ҡотлобаева Резеда, Әбүбәкиров Рим, Килмөхәмәтова Айгөл, Копылова Светлана, Ибраһимова Миңһылыу уңышлы ғына сығыш яһанылар.


Һуңынан Ейәнсура район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Әсәйҙәрҙе ҡотлап, бай эстәлекле һәм матур концерт менән тамашасыларҙы ҡыуандырҙы.

Ниһәйәт, сараның иң тулҡынландырғыс минуттары ла килеп етте. Ейәнсура район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рауил Ҡунакбаев һәм хөрмәтле жюри ағзалары фестивалде йомғаҡлап, сарала ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм еңеүселәрҙе тәбрикләне. Беҙҙең район оҫталары ла һынатманы, “Оҫталыҡ”, “Башҡорт шәле традицияларын тергеҙеү һәм үҫтереү” номинацияһында Дипломдар һәм иҫтәлекле приздар менән бүләкләнде.

Байрам уңайынан ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың тилбер ҡулдары донъяға тыуҙырған йылы, йомшаҡ һәм төрлө биҙәктәр менән семәрләнгән шәлдәр юғары сәнғәт өлгөһөнә тиң икәнлегенә тағы ла бер инандыҡ.

Айгуль Кильмухаметова, заведующая Максютовской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 917 | Добавил: РФ | Теги: 2016-Максютовская СМБ | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024