11:29
Шыршы байрамдары гөрләп үтте
Барлыҡ ил менән, ғаилә менән иң яратҡан, иң күңелле, иң мөғжизәле булған байрам - Яңы йылды бөтә ауыл менән ҡаршыланыҡ. Балалар баҡсаһында, мәктәптә, ауыл клубтарында Шыршы байрамдары шаулап-гөрләп үтте. Яңы аяғына баҫып атларға өйрәнгән сабыйҙан алып йәше-ҡарты ошо ял кисәләрендә рәхәтләнеп күңел асты, уйындарҙа ҡатнашып, йырлап-бейеп ауылдаштарына матур ял кисәһе бүләк итте.

Гөлсәсәк Яғафарова, Махмутов Радик, Альбина Юскаева бер булып, ҙур тырышлыҡ менән матур программа әҙерләп, концерт ҡуйҙы. Йыр-бейеү күңелдәрҙе тетрәткән шығыр юлдары менән үрелеп барҙы. Һүҙ оҫталары көлкөлө хәлдәр һөйләп, тамашасыларҙың күңелен асты. Үҙ ауылыбыҙҙың таланттары башҡарыуында йырҙар тыңлап, бейеүҙәр ҡарап, халыҡ ихлас ял итте.


Альбина Юлбарисова, заведующая Волостновской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1005 | Добавил: РФ | Теги: 2017-Волостновская СМБ | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024