22:44
"Татыу ғаилә - ил ҡото"
Ғаилә ул – мөхәббәт,
Ғаилә ул – шатлыҡ,
Ғаилә ул – изгелек һәм мәрхәмәтлек,
Ғаилә ул – бер-береңде аңлау һәм ышаныс,
Ғаилә – ул балалар!
Ә барыһы бергә ул – БӘХЕТ!

- Ғаилә - киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе. Ғаилә - ул беҙҙең өй, ата-әсә, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Ата-әсә - ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәргә тейешбеҙ.

- Әсәй ул – һәр кемдең иң ҡәҙерле, иң изге кешеһе. Әсәй беҙгә ғүмер бүләк иткән. Әсәйгә мөхәббәт – тәбиғәттән. Был тойғо мәңгелек. Тик әсә үҙе генә яңғыҙ ҡанат кеүек оса алмаҫ ине. Әсәнең терәге – атай бит ул! Атай - ул матур һүҙҙәр ҙә гел һөйләмәйҙер, наҙлап ҡына һәр саҡ ҡарамайҙыр, тик ул һәр саҡ балаға авторитет та, яҡлаусы ла, ярҙамсы ла, ғаилә тотҡаһы ла...

Ауылыбыҙҙа мөхәббәткә тоғро булып, ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәгән ғаиләләр бик күп. Матур донъя көтөү, татыу ғаилә ҡороу, тәүфиҡлы балалар үҫтереү - был бит мөхәббәт емеше. Юлдыбай ауылында пар ҡанатлы, һикәлтәле ғүмер юлдарынан матур атлаусы, бер-береһен яратышып, күгәрсендәр кеүек гөрләшеп йәшәүсе ғаиләләр: Ҡунысбаев Ғәли Зәкәриә улы һәм Мөнирә Усман ҡыҙы( 50 йыл), Ҡунысбаев Рафаэль Кинйәбәй улы һәм Миңһылыу Усман ҡыҙы (47 лет), Сәитбаталов Әхәт Хәмиҙулла улы һәм Хәбирә Усман ҡыҙы, Аллағужин Ғильмитдин Сәләхитдин улы һәм Нурия Ғөзәир ҡыҙы, Алламоратов Ришат Ғарифулла улы һәм Нәзирә Мәхмүт ҡыҙы(40), Ҡунсбаев Кәрим Абдулла улы һәм Хәлиҙә Ғайзулла ҡыҙы (41), Алламоратов Раил Хибәтулла улы һәм Мәвликасова Зөлфирә Әҙел ҡыҙы (35 йыл), Кильсенбаев Шафиҡ һәм Мөнирә, Сунарчин Рәфкәт һәм Рита, Ҡунсбаев Әсҡәт һәм Роза, Ишбаев Хәлил Хөсәин улы һәм Фәриҙә Мөжәир ҡыҙы, Арсланбаев Хәлил Йосоп улы һәм Рабиға Ғабдулла ҡыҙы, Абдульманов Рәжәп Ғиниәт улы һәм Дилара Мөхтәр ҡыҙы, Сунарчин Хәбир һәм Кәсирә, Сунарчин Кәбир һәм Фирҙәүес , Ниғматуллин Ғайса һәм Йәмилә , Миннибаев Фәнил һәм Айгөл, Миннибаев Хәйҙәр һәм Нәфисә(31), Кильсенбаев Илдар һәм Айгөл, Миннибаев Муса Хәйбулла улы һәм Рәмзиә Шәмсун ҡыҙы (38 йыл.
Ауылда йәш ғаиләләр ҙә татыу һәм урнәк булып йәшәйҙәр .

Һәммәгеҙҙең ғаиләләре ныҡ, тулы, йылы булһын! Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, тыныслыҡ – именлек, аяҙ күк йөҙө, ғаиләрегеҙгә муллыҡ - бәрәкәт теләйбеҙ! Бер-берегеҙҙе бер һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхеттә йәшәргә яҙһын!


Гульгена Хуснуллина, главный библиотекарь Юлдыбаевской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 510 | Добавил: РФ | Теги: Юлдыбаевская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024