11:27
"Тел – кешенең ғүмерлек юлдашы"
“Әсәй!” тигәндә лә һин кәрәк,
“Атай!” тигәндә лә һин кәрәк.
Берҙән-берем, айым, ҡояшым,
Тип әйтһәм дә, телем, һин кәрәк.
Салауат та ғорур башҡортон
Туған теле менән данлаған.
Киң Уралын – данлы төйәген
Һаҡлар өсөн ерен данлаған.
Эй, туған тел, нәфис телем һин,
Наҙлы моңоң мине һуғарған.
Күңелдәрем һүнмәҫ – һүрелмәҫ
Әсә телкәйенән нур алған.
(К.Кинйәбулатова)

Тел… Кеше тәү мәртәбә ошо телдә “әсәй”, ”атай” һүҙҙәрен әйтә. Ошо тел ярҙамында үҙенең тирә-яғындағы төрлө төшөнсәләр, атамалар менән таныша, кешеләр менән аңлаша. “Халыҡтың теле – уның тормошоноң иң матур, мәңге шиңмәй, мәңге һулымай торған сәскәһе ул. Телдә бөтә халыҡ сағыла. Тыуған илдең күге, һауаһы, уның баҫыуҙары һәм яландары, урмандары һәм тауҙары, йылғалары һәм күлдәре, ҡышҡы бурандары һәм йәйге ямғырҙары уның йырҙарында, моңло көйҙәрендә, сәсәндәр ижадында яңғырай.

Эй туған тел! Ниндәй ҡөҙрәтлеһең һин! Гүзәлһең, күркәмһең, йыйнаҡһың; һин байһың, ҡеүәтлеһең, мәргәнһең! Шуға ла халыҡ ил ағаһы булған сәсәндәрҙең ялҡынлы тапҡыр һүҙен яу ҡыйыр булат ҡылыс үткерлеге менән сағыштырған да инде. Тел – кешенең ғүмерлек юлдашы. Тыуғандан алып һуңғы һулышына тиклем тел һәм һүҙ кеше менән бергә йәшәй.Һәр халыҡтың үҙ теле, көйө, яйы бар. Сабый тәү тапҡыр әсәһе әйткән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлау, уның һорауҙарына яуап биреүҙән үҙ телендә һөйләшергә өйрәнә. Шуға ла туған тел әсә теле тип атала. Әйҙәгеҙ яҡлайыҡ, һаҡлайыҡ Тыуҡан телебеҙҙе, ғорурланайыҡ, үҫтерәйек матур, бөйөк телебеҙҙе!

Сирбай ауыл китапханаһы ошо уңайҙан һеҙҙең иғтибарығыҙға китап күргәҙмәһе тәҡдим итә. Бында Башҡортостандың бөйөк яҙыусыларының китаптары, башҡорт теленең сығышы, тарихы хаҡында китаптар, бөйөк "Урал-Батыр" эпосы урын алған.


Минзада Байтуганова, главный библиотекарь Сюрюбаевской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 481 | Добавил: РФ | Теги: Сюрюбаевская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024