10:35
Теле юҡтың иле юҡ, иле юҡтың көнө юҡ
Быйыл мәктәпкә беркетелгән йәйге көндөҙгө ял һәм һауыҡтырыу лагере Мәрйәм Буракаеваның “Йәйләү” программаһы буйынса эшләй. Ул программала башҡорт телен, йолаларын, ғөрөф - ғәҙәттәрен, әҙәбиәтен, байрамдарын, тарихын, башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеү маҡсаты менән төҙөлгән. Ошо программаға яраҡлаштырып Бикбулат ауыл китапханаһы ла саралар әҙерләй.

Әле “Теле юҡтың иле юҡ, иле юҡтың көнө юҡ” тигән әһәмиәтле сара үткәрелде. Ял итеүселәргә «Башҡорт теле бай ҙа, матур ҙа» тигән китап күргәҙмәһе тәҡтим ителде. Балалар «Тамъян”, “Үҫәргән”, “Бөрйән”, “Ҡыпсаҡ”ырыуҙарына бүленделәр. Тәүге ярышта башҡорт мәҙәниәте һәм тарихына ҡағылышлы һорауҙарға яуаптар әйттеләр. Артабан башҡорт халыҡ легендаларын, әкиәттәрен, риүәйәттәре буйынса белемдәрен күрһәттеләр, әҫәрҙәрҙең авторҙарын таптылар, тыуған ил һәм тыуған тел тураһында мәҡәлдәрҙе әйтеп бөтөрҙөләр, тылсымлы әйберҙәр кемдеке, ул ниндәй әкиәттән икәнен һөйләнеләр.

Шулай уҡ сарала Салауат Юлаев, Мифтахетдин Аҡмулланың, Зәйнәб Биишеваның, Шәйехзада Бабичтың шиғырҙары уҡылды. Башҡорт мәҙәниәтен, тарихын иң һәйбәт белеүсе “Ҡыпсаҡ” ырыуы булды, ә “Үҫәргән”, “Тамъян”, “Бөрйән”ырыуҙары ла ҡалышманылар. Осрашыу башҡорт халыҡ уйыны «Осто, осто...” менән тамамланды.


Гульназира Кинзябаева, главный библиотекарь Бикбулатовской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1176 | Добавил: РФ | Теги: 2017-Бикбулатовская СБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024