09:56
«Туған телгә 100 аҙым»
Өфөлә, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, «Туған телгә 100 аҙым» акцияһына старт бирҙеләр. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тәҡдим иткән проект балаларҙы һәм йәштәрҙе нәфис әҙәбиәткә, туған телгә ылыҡтырыуға, республика яҙыусыларының ижадын киң йәмәғәтселек араһында популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

Уҡыусыларға, студенттарға, китапханаға килеүселәргә башҡорт авторҙарының 100 китабын уҡырға тәҡдим ителә. Улар араһында Мостай Кәрим, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Рауил Бикбаев һәм башҡа яҙыусыларҙың әҫәрҙәре бар.

Күгәрсен район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм туған яҡты өйрәнеү бүлеге лә был акцияға ҡушыла. Китап һөйөүселәр иғтибарына 100 китап исемлегенән төҙөлгән күргәҙмә тәҡдим итәбеҙ. Рәхим итегеҙ!


Светлана Халикова
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 643 | Добавил: РФ | Теги: Центральная районная библиотека, Краеведческий отдел | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024